Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Сафия»
исполнителя Фаруаз Урманшин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Иҙәнегеҙ тигеҙ икән,
Фанер йәйҙегеҙме әллә?
Килдегеҙ ҙә утырҙығыҙ,
Тамыр йәйҙегеҙме әллә?!
Сафия, ҡара әле,
Алда ғүмер бар әле.
Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ,
Һөйөүсе булыр әле.

Бҽләҙҽк бҽләккәйҽм
Өҙөлә үҙәккәйҽм
Өҙөлөп өҙөлөп һөйләшҽргә
Юҡ минҽң йөрәккәйҽм
Сафия, ҡара әле,
Алда ғүмер бар әле.
Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ,
Һөйөүсе булыр әле.

Беләҙегем-йөҙөгөм,
Кҽйәрмен әле үҙем.
Ятҡа бирер әмәлҽм юҡ, -
Һөйәрмен әле үҙем.
Сафия, ҡара әле,
Алда ғүмер бар әле.
Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ,
Һөйөүсе булыр әле.

Ағиҙҽлдҽң һыуы аға,
Һыу аҫтынан ҡом аға.
Матурҙар сибәргә бара, -
Миңә ҡайһығыҙ бара?
Сафия, ҡара әле,
Алда ғүмер бар әле.
Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ,
Һөйөүсе булыр әле.

Другие песни исполнителя:

  • Төнө буйы ямғыр яуа, тәҙрәм илай. Өй ҡараңғы, исмаһам, һин иркәм йылмай. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ. Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ. Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ. Тышта ямғыр - шылтыр-шылтыр, бер үк тауыш. Ә күңелдә әллә ниндәй ауыр һағыш. Ошо һағыш ҡасан ғына үтеп китер. Йылмай, иркәм, ҡояш нурын миңә килтер. Ошо һағыш ҡасан ғына үтеп китер. Йылмай иркәм, ҡояш нурын миңә килтер. Төнө буйы ямғыр яуа, тәҙрәм илай. Өй ҡараңғы, исмаһам һин иркәм йылмай. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ. Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ. Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ.
  • Ҡыңғырау сәскәләрен өҙмәгез Болондарҙан әгәр үтһәгеҙ Улар һеҙгә бәхет теләрҙәр Баштарынан һыйпап һөйлхәгеҙ Ҡыңғырау сэсэкэхе бағығыҙ Күҙҙәрегеҙ тулы наҙ мн Улар һеҙгә рәхмәт әйтерҙәр Сәскә атып иртә яҙ мн Ҡыңғырау сәскәһенең төҫтәре Зәңгәр күктә, тымыҡ күлдәрҙә Үҙәктәрҙе өҙә торғаны Беҙ яратҡан зәңгәр күҙҙәрҙә
  • 1 Йүгәнемә көмөш тәңкә теҙген Ҡулдарыма һары ҡайыш теҙген Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып ҡушымта Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып 2 Күрҙем әле яуын йүгәнеңде Аңланыңмы ниңә йөрөгәнеңде Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып 3 Ашыҡмай шул йүгән кейҙерергә Ғорор башын түбән эйҙерегә Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып 4 Үпкәләмә инде ҡыҙыл юрға Саҡыралар беҙҙе оло юлға Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып
  • Беҙҙең ғүмер шулай ҡоролған, Бәхеттәргә һөйөү уралған. Парлыларға ап-аҡ мөхәббәт Толом-толом итеп уралған. Ҡушымта: Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр, Һөйөү урманына ҡаратыр. Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға Бәхет ебен кемдәр таратыр? Бәхетлеләр йөрөй парланып, Һөйөү урманына алданып. Ә яңғыҙҙар ҡала ишен көтөп, Килер тип һөйөү алланып. Яңғыҙҙарҙы күреү ҡыҙғаныс, Яңғыҙ ҡалыу, беләм, аяныс. Парлыларҙы һөйөү наҙлағанда Уларҙы һуң кемдәр яратыр?