Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡыҙыл юрға»
исполнителя Фаруаз Урманшин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1 Йүгәнемә көмөш тәңкә теҙген
Ҡулдарыма һары ҡайыш теҙген
Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып
Йүгерә саба болондар буйлатып

ҡушымта
Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып
Йүгерә саба болондар буйлатып

2 Күрҙем әле яуын йүгәнеңде
Аңланыңмы ниңә йөрөгәнеңде
Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып
Йүгерә саба болондар буйлатып

3 Ашыҡмай шул йүгән кейҙерергә
Ғорор башын түбән эйҙерегә
Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып
Йүгерә саба болондар буйлатып

4 Үпкәләмә инде ҡыҙыл юрға
Саҡыралар беҙҙе оло юлға
Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып
Йүгерә саба болондар буйлатып

Другие песни исполнителя:

  • Селтәр шәл бөркәнә алмагас Йылдарзың ягымлы язында. Бер йэмен, күрмэйем мин баксаның, Әгәр hин булмаhаң янымда. Әй рәхәт күңелгә, әй рәхәт Хуш eсле cәcкәләр янында. Хуш есен hизмэем мин гөлдәрзең, Әгәр hин булмаhаң янымда. Тып-тынык саф hыулы шишмәнән hыу эсәм hыуhаган cагымда. Бер тәме юк шишмә hыуының, Әгәр hин булмаhаң янымда.
  • Аҡ ямғырҙар үттеме ни, Көҙҙәр ҙә еттеме ни? Тынғы белмәҫ һандуғастар Сит ерҙәргә киттеме ни? Аҡ ямғырҙар ҡалды инде Йәшлегем яҙҙарында, Үткән ваҡыт даръяһының Буй етмәҫ ярҙарында. Аҡ ямғырҙар бында тиеп Саҡырғандай аҡ ҡырҙар. Аҡ ямғырҙар хыялдарҙа, Бөгөн яуа аҡ ҡарҙар.
  • Айырылыр хәлгә етһәң - Һин хаҡлы ла, мин хаҡлы... Араларҙа өҙгөләнә Бары тик бала хаҡы. ҡушымта: Юҡтан ғына үпкәләшеп, Айырыла күрмәгеҙ. Йәр табылыр, тик балаға Атай булыр тимәгеҙ. Хисле сағығыҙ емеше Һеҙ тип өҙөлә күрегеҙ. Балағыҙҙы шул һөйөүҙән Мәхрүм итә күрмәгеҙ. ҡушымта: Юҡтан ғына үпкәләшеп, Айырыла күрмәгеҙ. Йәр табылыр, тик балаға Атай булыр тимәгеҙ. Арҡаланыр атай кәрәк - Үҙ атайың сит булмаҫ. Фәрештәгә тиң булһа ла, Ят бауыр ярлыҡамаҫ. ҡушымта: Юҡтан ғына үпкәләшеп, Айырыла күрмәгеҙ. Йәр табылыр, тик балаға Атай булыр тимәгеҙ.