Яңғыҙлыҡ ул һорап килмәй атын-затын,
Ҡырҡ сыраһын тоҡандырыр яңғыҙ ҡатын.
Ирендәре онотмаған һөйөү татын,
Йөрәгендә, йөрәгендә ут та, ялҡын.
Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр яңғыҙ ҡатын,
Илар ерҙә көлөп бағыр яңғыҙ ҡатын.
Йөрәккәйе өҙөлөп тә төшөп барһын,
Бахыр булмаҫ, батыр булыр яңғыҙ ҡатын.
Ауыр уйҙар төнөн яра ҡамсы булып,
Әрнеүҙәре тама-тама тамсы булып.
Нахаҡ һөйләп кәмһетмәгеҙ уның хаҡын,
Янығыҙҙа ғорур ханым, яңғыҙ ҡатын.