Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ауыл урамынан гармун үтә»
исполнителя Фаруаз Урманшин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йыраҡлаша гармун, китә-китә,
Ындыр аша болон юлы бар.
Ҡайһы арала йәштәр сығып китә,
Иҫләмәй ҙә ҡала ололар.

Припев:
Ауыл урамынан гармун үтә,
Ҡайҙарғалыр әйҙәй, саҡыра.
Ҡайҙарғалыр ишек асылып китә,
Ҡайҙарғалыр ҡапҡа асыла. (2раза)

Ҡыҙҙар нисек түҙеп торһон
Болондарға гармун әйҙәгәс?
Яңғыҙ йәшлек йәшлек буламы ни,
Таңға ҡәҙәр йырлап йөрөмәгәс?

Припев:
Ауыл урамынан гармун үтә,
Ҡайҙарғалыр әйҙәй, саҡыра.
Ҡайҙарғалыр ишек асылып китә,
Ҡайҙарғалыр ҡапҡа асыла. (2раза)

Болон буйҙарында йәшлек үтә.
Һәр бер яҡтың яңы йыры бар.
Йәшлек ваҡыттарын уйлай-уйлай
Йоҡлай алмай ята ололар.

Припев:
Ауыл урамынан гармун үтә,
Ҡайҙарғалыр әйҙәй, саҡыра.
Ҡайҙарғалыр ишек асылып китә,
Ҡайҙарғалыр ҡапҡа асыла. (2раза)

Другие песни исполнителя:

  • Алмалары өлгoрмәhә, Сейэләрен өзәрбез. Бергә сакта тормоштоң бар Әсеhенә түзәрбез. Йондоззар күп, ай-кояшы Берәр генә күренә. hин дә миңэ берәү генә, Мин дә hиңэ бер генә. Йэнәшә барhак елен түгел, Дауылын да еңәрбез. Сөбхэналла, күззән hакла, Аккоштарга тиңдәрбез. Йондоззар күп, ай-кояшы Берәр генә күренә. hин дә миңэ берәү генә, Мин дә hиңа бер генә. Алмаhын да өзәрбез зә, Сейэhен дә өзәрбез, Бергә булhак, сикhез бәхет Күлдәрендә йөзәрбез. Йондоззар күп, ай-кояшы Берәр генә күренә. hин дә миңэ берәү генә, Мин дә hиңэ бер генә.
  • Беҙҙең ғүмер шулай ҡоролған, Бәхеттәргә һөйөү уралған. Парлыларға ап-аҡ мөхәббәт Толом-толом итеп уралған. Ҡушымта: Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр, Һөйөү урманына ҡаратыр. Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға Бәхет ебен кемдәр таратыр? Бәхетлеләр йөрөй парланып, Һөйөү урманына алданып. Ә яңғыҙҙар ҡала ишен көтөп, Килер тип һөйөү алланып. Яңғыҙҙарҙы күреү ҡыҙғаныс, Яңғыҙ ҡалыу, беләм, аяныс. Парлыларҙы һөйөү наҙлағанда Уларҙы һуң кемдәр яратыр?
  • Иҙәнегеҙ тигеҙ икән, Фанер йәйҙегеҙме әллә? Килдегеҙ ҙә утырҙығыҙ, Тамыр йәйҙегеҙме әллә?! Сафия, ҡара әле, Алда ғүмер бар әле. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, Һөйөүсе булыр әле. Бҽләҙҽк бҽләккәйҽм Өҙөлә үҙәккәйҽм Өҙөлөп өҙөлөп һөйләшҽргә Юҡ минҽң йөрәккәйҽм Сафия, ҡара әле, Алда ғүмер бар әле. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, Һөйөүсе булыр әле. Беләҙегем-йөҙөгөм, Кҽйәрмен әле үҙем. Ятҡа бирер әмәлҽм юҡ, - Һөйәрмен әле үҙем. Сафия, ҡара әле, Алда ғүмер бар әле. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, Һөйөүсе булыр әле. Ағиҙҽлдҽң һыуы аға, Һыу аҫтынан ҡом аға. Матурҙар сибәргә бара, - Миңә ҡайһығыҙ бара? Сафия, ҡара әле, Алда ғүмер бар әле. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, Һөйөүсе булыр әле.