Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Был минең тыуған ерем»
исполнителя Сабина Кучаева.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Тәмле һыу, тәмле һауа,
Көмөш ямғырҙар яуа.
Бейек тау, йомшаҡ тупраҡ,
Урманы өҫкә ауа.
Күбәләк сәскәләр ҙә,
Еләкле сәхрәләр ҙә
Ем-ем, ем-ем йырлайҙар,
Ҡыуаныс сәсәләр.
Ҡушымта:
Был минең тыуған ерем,
Был минең тыуған илем.
Бәхетле мин ошонда,
Ҙураям, алам белем.
Тоям батыр тауышын,
Яулы тарих һағышын.
Бөркөттәр сыңлағанын,
Ҡурайҙың йырлағанын.
Сабыйҙың ихласлығын,
Ҡунаҡтың алсаҡлығын,
Оҫта ҡуллы сәсәнйән
Бар донъяға сәсә йән
Ҡушымта.
Был минең тыуған ерем,
Был минең тыуған илем.
Бәхетле мин ошонда,
Ҙураям, алам белем.

Другие песни исполнителя:

  • Туҡтап тормай тормош - алға бара Әгәр мине һағынһаң, һауаға ҡара Һинең өсөн йондоҙ булып янырмын Йыраҡта булһаң да мәңге һине һағынырмын Үтте инде бергә булған бәхетле саҡтар Ҡалды инде уҡылмаған һин яҙған хаттар Туҡтап тормай тормош - алға бара Әгәр мине һағынһаң, һауаға ҡара Һинең өсөн йондоҙ булып янырмын Йыраҡта булһаң да мәңге һине һағынырмын
  • 1. Көн буйына телефон ҡулыңда, Иртән торғас та, һин лайктар тикшерәң. Уҡыуҙар кәрәкмәй, дуҫтар ҙа кәрәкмәй, "Нисек кенә миңә популяр булырға?" Инстаграм һәм ватцап, Фейсбук, ютуб, контакт, Социаль селтәрҙә йәшлегебеҙ үтә. Ә нимә һуң кәрәк? Йәшәү булһын рәхәт, Туғандар яныңда, Һин мине тыңла: Ҡушымта: Бер ниндәй ҙә ғәйбәт һүҙ һине һындыра алмай, "Был ишек һинең өсөн ябыҡ, килеп сыҡмай, Һиндә өмөт юҡ, хыялдарыңды һин ташла " - тиһәләр ҙә, Моңһоуланма, уңыштарың - алда! Көнсөллөк бөтмәҫлек ерҙә, тик бөтәһе лә һинең ҡулда! Хыялға ҡаршы атла, ихлас йәшә, мөғжизә һиндә! 2. Көн һайын миллион лайктар булһа ла, Һиңә бер ҡасан да бәхет килтермәҫ. Социаль селтәрҙә ваҡытыбыҙ үтә, Күңел бушлыҡтан ҡайҙа дауа табырға? Китаптар, тәбиғәт, дуҫтар һәм мөхәббәт Күңелде йәшәтә һәм илһам бирә. Хыял, мәҙәниәт, тышта йөрөү - рәхәт. Минең менән йырла һәм ихлас йәшә!