Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һаумыһығыҙ, яныуҙарым»
исполнителя Сабина Кучаева.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡоштар ҡайтты, һөйөү килде,
Ғүмерем яҙын алҡышланы.
Көләс йәшлек иртәһендә,
Һаумыһығыҙ, шатлыҡтарым.

Припев:
Яҡты нурҙай балҡыным мин,
Түбәм күккә тейҙе инде.
Был яныуҙар үҙе бәхет,
Иркәләүен тойҙом инде. (2 раза)

Яҙҙар етте, һөйөү килде,
Наҙҙарымды нағышланы.
Мөхәббәтем кистәрендә,
Һаумыһығыҙ, һағыштарым.
Уйҙарымдан уйылам мин
Яңғыҙ ҡалған сәғәттәрҙә.
Был һағыштар үҙе бәхет,
Көтөүҙәргә сәбәп барҙа.

Ҡоштар китте, һөйөү үтмәй,
Һиҙәм ҡанат ҡағыштарын.
Мөхәббәтем кистәрендә,
Һаумыһығыҙ, яныуҙарым.

Япраҡтарҙай һарғайһам да,
Ашыҡмағыҙ ҡыҙғанырға.
Был яныуҙар үҙе бәхет,
Күмеләмен наҙҙарына. (2 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Йыл эсендә дүрт миҙгел, Береһе лә артыҡ түгел. Һәр береһе үҙенсә матур, Шатланып туймай күңел. Припев: Яҙ -уяна бар тәбиғәт. Йәй - ял итеү бигерәк рәхәт. Көҙ - бөтә донъя һарғая. Ҡыш - ябалаҡлап ҡар яуа. Йылдағы һәр миҙгелдәр Үҙ ваҡытын белһендәр. Үпкәләшмәй-буталмай Татыу ғына килһендәр. Припев: Яҙ -уяна бар тәбиғәт. Йәй - ял итеү бигерәк рәхәт. Көҙ - бөтә донъя һарғая. Ҡыш - ябалаҡлап ҡар яуа. (2 раза) Йыл эсендә дүрт миҙгел, Береһе лә артыҡ түгел. Һәр береһе үҙенсә матур, Шатланып туймай күңел. Припев: Яҙ -уяна бар тәбиғәт. Йәй - ял итеү бигерәк рәхәт. Көҙ - бөтә донъя һарғая. Ҡыш - ябалаҡлап ҡар яуа. Ҡыш бөтөр, яңы йыл тыуа