Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һинең ҡулда»
исполнителя Сабина Кучаева.
Скачать или слушать онлайн

Премьера песни: 2019-08-04

Текст песни:

1. Көн буйына телефон ҡулыңда,
Иртән торғас та, һин лайктар тикшерәң.
Уҡыуҙар кәрәкмәй, дуҫтар ҙа кәрәкмәй,
"Нисек кенә миңә популяр булырға?"
Инстаграм һәм ватцап,
Фейсбук, ютуб, контакт,
Социаль селтәрҙә йәшлегебеҙ үтә.
Ә нимә һуң кәрәк?
Йәшәү булһын рәхәт,
Туғандар яныңда,
Һин мине тыңла:

Ҡушымта:
Бер ниндәй ҙә ғәйбәт һүҙ һине һындыра алмай,
"Был ишек һинең өсөн ябыҡ, килеп сыҡмай,
Һиндә өмөт юҡ, хыялдарыңды һин ташла " - тиһәләр ҙә,
Моңһоуланма, уңыштарың - алда!

Көнсөллөк бөтмәҫлек ерҙә, тик бөтәһе лә һинең ҡулда!
Хыялға ҡаршы атла, ихлас йәшә, мөғжизә һиндә!

2. Көн һайын миллион лайктар булһа ла,
Һиңә бер ҡасан да бәхет килтермәҫ.
Социаль селтәрҙә ваҡытыбыҙ үтә,
Күңел бушлыҡтан ҡайҙа дауа табырға?
Китаптар, тәбиғәт, дуҫтар һәм мөхәббәт
Күңелде йәшәтә һәм илһам бирә.
Хыял, мәҙәниәт, тышта йөрөү - рәхәт.
Минең менән йырла һәм ихлас йәшә!

Другие песни исполнителя:

  • Тәмле һыу, тәмле һауа, Көмөш ямғырҙар яуа. Бейек тау, йомшаҡ тупраҡ, Урманы өҫкә ауа. Күбәләк сәскәләр ҙә, Еләкле сәхрәләр ҙә Ем-ем, ем-ем йырлайҙар, Ҡыуаныс сәсәләр. Ҡушымта: Был минең тыуған ерем, Был минең тыуған илем. Бәхетле мин ошонда, Ҙураям, алам белем. Тоям батыр тауышын, Яулы тарих һағышын. Бөркөттәр сыңлағанын, Ҡурайҙың йырлағанын. Сабыйҙың ихласлығын, Ҡунаҡтың алсаҡлығын, Оҫта ҡуллы сәсәнйән Бар донъяға сәсә йән Ҡушымта. Был минең тыуған ерем, Был минең тыуған илем. Бәхетле мин ошонда, Ҙураям, алам белем.
  • Зәңгәр күҙең, күҙ керпегең. Тибрәндәреп ҡарама! Күҙ ҡарашың уҡ шикелле Йөрәгемә ҡаҙала. Зәңгәр күҙҙәр, бөҙрә сәстәр - Улар беҙгә тиң түгел. Тиң түгелен мин дә беләм. Өҙлөп һөйә йәш күңел! Припев: Эй, матур бөҙрә сәс! Эх, йәмле зәңгәр күҙ! Әйтмәм һиңә бәғерем Һис ҡайсан да ауыр һүҙ. (2 раза) Зәңгәр күҙең, күҙ керпегең. Тибрәндәреп ҡарама! Күҙ ҡарашың уҡ шикелле Йөрәгемә ҡаҙала. Зәңгәр күҙен оҡшатамын Зәңгәр таң йондоҙона. Бөҙрә сәсен оҡшатамын Диңгеҙҙең тулҡынына. Припев: Эй, матур бөҙрә сәс! Эх, йәмле зәңгәр күҙ! Әйтмәм һиңә бәғерем Һис ҡайсан да ауыр һүҙ. (2 раза) (Н.Кучаев муз.)
  • Ҡоштар ҡайтты, һөйөү килде, Ғүмерем яҙын алҡышланы. Көләс йәшлек иртәһендә, Һаумыһығыҙ, шатлыҡтарым. Припев: Яҡты нурҙай балҡыным мин, Түбәм күккә тейҙе инде. Был яныуҙар — үҙе бәхет, Иркәләүен тойҙом инде. (2 раза) Яҙҙар етте, һөйөү килде, Наҙҙарымды нағышланы. Мөхәббәтем кистәрендә, Һаумыһығыҙ, һағыштарым. Уйҙарымдан уйылам мин Яңғыҙ ҡалған сәғәттәрҙә. Был һағыштар — үҙе бәхет, Көтөүҙәргә сәбәп барҙа. Ҡоштар китте, һөйөү үтмәй, Һиҙәм ҡанат ҡағыштарын. Мөхәббәтем кистәрендә, Һаумыһығыҙ, яныуҙарым. Япраҡтарҙай һарғайһам да, Ашыҡмағыҙ ҡыҙғанырға. Был яныуҙар — үҙе бәхет, Күмеләмен наҙҙарына. (2 раза)