Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ашыкма»
исполнителя Рустам Гиззатуллин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Үҙеңдең яҙмышыңдан ҡасып ҡотола алмаҫһың,
Ана күпме тырыштылар, ҡара, hынмаhын ҡанатың.
Шуның өсөн ғүмереңдең гел ҡәҙерен белеп йәшә,
Күктәге дуҫтарың hинең өсөн урын белешә.
Нисә йылдар аҡыл hатып алға ынтылма тинеләр,
Тыңла оло кеше hүҙен, булма hин hәр ваҡыт йүләр.
Хәтәр эштәр әйләндереп кемде бөгөн шаҡ ҡатырҙың,
Кисә төнөн ташлап китте hине буласаҡ ҡатының.

Ә бөгөнгө көндә hиңә бөтә донъя ҡара-ҡаршы,
Үлер алдынан бар ғонаhтарыңды йыуырға ашыҡ.
Аңламаған бәндәләргә аңлатырға ла тырышма,
Әйҙә шулай йәшәhендәр, тар уйҙарыңа hыйышмай.
Әгәр дөрөҫ итеп йәшәп, көн күрергә ҡулыңдан килеп,
Теләгән әйбереңде теләгән кешеңә биреп,
Ғүмер буйы рәхмәт hүҙен ишетеп йәшәгең килhә,
Ашыҡма, ашыҡма!

Припев:
Ашыҡма, ашыҡма,
Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Ашыҡма, ашыҡма,
Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!

Кемгә икәнен дә белмәй уҡынаhың-суҡынаhың,
Төпhөҙ күктең көмбәҙенән нимә көтөп ултыраhың.
Кәрәк булhа, ҡара ҡоштар төшөп хәбәр еткерерҙәр,
Ә беҙ шуға ышанабыҙ, ха-ха, иҫәрҙәр.
Мөхәббәтhеҙ ҡалдырҙылар, ә мин кире эҙләп таптым,
Һорамайса алға баҫһам, уйымдан хурлыҡҡа баттым.
Сабыр итhәм берәй заман шундай көндәр килеп етер,
Минең йәнем урамында өс-дүрт кеше байрам итер.

Припев:
Ашыҡма, ашыҡма,
Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Ашыҡма, ашыҡма,
Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!



Другие песни исполнителя:

  • Ниңә инде килмәнең, Мине алып китмәнең? Йөрәгемдә яңған утты Ниңә инде һиҙмәнең? Мин бит һине күптән көттөм, Һөйөүеңде эҙләнем. Һинең ҡайнар йәштәреңде Күрергә теләмәнем. Припев: Һин бит миңә үҙең килмәнең, Ваҡытым юҡ тейеп. Шулаймы ни ? Һин бит мине үҙең һөймәнең, Башҡаны һөйәм тейеп. (2 раза) Ғәфү ит һин мине, иркәм, Онота алмам инде. Һиңә булған мөхәббәтем Йырҙарым булһын ине. Һинең тәүге ҡарашыңды, Хәҙер ҙә иҫкә алам. Иртәңге сәғәт биштәрҙә, Мин һиңә ҡуна барам. Припев: Һин бит миңә үҙең килмәнең, Ваҡытым юҡ тейеп. Шулаймы ни ? Һин бит мине үҙең һөймәнең, Башҡаны һөйәм тейеп. (2 раза) Мин бит һиңә үҙем килмәнем, Ваҡытым юҡ тейеп. Мин бит һине үҙем һөймәнем, Башҡаны һөйәм тейеп.
  • Күпме кеше үҙ бәхетен Һөйгән йәрен тапмай Сөнки улар мөхәббәте Уйынсыҡ тип уйлай Яратыуҙың, һин дә шулай Ҡәҙерен белмәнең Күңел асыу һөйөү булмай Аңлап өлгөрмәнең Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Һатып алынған мөхәббәт Оҙаҡҡа бармай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Ә ҡайһы берәүҙәр Һаман миңә ышанмай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Һатып алынған мөхәббәт Оҙаҡҡа бармай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Ысын мөхә-мөхәббәте Һатып алып булмай Нисә төндәр төштәрендә Тик уны эҙләнең? Әйтелмәгән һүҙҙәреңде Эйтергә теләнең Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Һатып алынған мөхәббәт Оҙаҡҡа бармай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Ә ҡайһы берәүҙәр Һаман миңә ышанмай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Һатып алынған мөхәббәт Оҙаҡҡа бармай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Ысын мөхә-мөхәббәте Һатып алып булмай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Һатып алынған мөхәббәт Оҙаҡҡа бармай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Ә ҡайһы берәүҙәр Һаман миңә ышанмай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Һатып алынған мөхәббәт Оҙаҡҡа бармай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Ысын мөхә-мөхәббәте Һатып алып булмай
  • Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана, Ләкин ҡабатланмай үткәне. Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән, Килеп торһон алда көткәне. Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана, Ләкин ҡабатланмай үткәне. Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән, Килеп торһон алда көткәне. Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын, Шатлыҡ тойоп типҺен йөрәгең. Ауырлыҡтар һине урап үтһен, Ҡабул булһын һәр бер теләгең. Ҡушымта: Тыуған көнөң менән, һине мин ҡотлайым, Бәхет шатлыҡтар килтерһен ул тыуған көн Ҡотлайым һине, тыуған көнөң менән, Тыуған көнөң менән ҡотлайым. (2 тапҡыр). Сәләмәтлек ташламаһын һине, Шатлыҡтарҙан торһон ғүмерең. Бәхет ҡыуаныстар юлдаш булһын, Тыныс булһын һәр саҡ күңелең. Ҡушымта: Тыуған көнөң менән, һине мин ҡотлайым, Бәхет шатлыҡтар килтерһен ул тыуған көн Ҡотлайым һине, тыуған көнөң менән, Тыуған көнөң менән ҡотлайым. (2 тапҡыр). Ҡушымта: (3 тапҡыр). Тыуған көнөң менән ҡотлайым. Тыуған көнөң менән ҡотлайым.

Рустам Гиззатуллин

Самое смешное, что в школе я как-то прочитал «Первый снег» в классе, выдал за есенинское. Никто, в том числе и учительница, подвоха не заметили!