Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тыуган кон»
исполнителя Рустам Гиззатуллин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән,
Килеп торһон алда көткәне.

Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән,
Килеп торһон алда көткәне.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типҺен йөрәгең.
Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең.

Ҡушымта:
Тыуған көнөң менән, һине мин ҡотлайым,
Бәхет шатлыҡтар килтерһен ул тыуған көн
Ҡотлайым һине, тыуған көнөң менән,
Тыуған көнөң менән ҡотлайым.
(2 тапҡыр).

Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Шатлыҡтарҙан торһон ғүмерең.
Бәхет ҡыуаныстар юлдаш булһын,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.

Ҡушымта:
Тыуған көнөң менән, һине мин ҡотлайым,
Бәхет шатлыҡтар килтерһен ул тыуған көн
Ҡотлайым һине, тыуған көнөң менән,
Тыуған көнөң менән ҡотлайым.
(2 тапҡыр).

Ҡушымта:
(3 тапҡыр).

Тыуған көнөң менән ҡотлайым.
Тыуған көнөң менән ҡотлайым.

Другие песни исполнителя:

  • Үҙеңдең яҙмышыңдан ҡасып ҡотола алмаҫһың, Ана күпме тырыштылар, ҡара, hынмаhын ҡанатың. Шуның өсөн ғүмереңдең гел ҡәҙерен белеп йәшә, Күктәге дуҫтарың hинең өсөн урын белешә. Нисә йылдар аҡыл hатып алға ынтылма тинеләр, Тыңла оло кеше hүҙен, булма hин hәр ваҡыт йүләр. Хәтәр эштәр әйләндереп кемде бөгөн шаҡ ҡатырҙың, Кисә төнөн ташлап китте hине буласаҡ ҡатының. Ә бөгөнгө көндә hиңә бөтә донъя ҡара-ҡаршы, Үлер алдынан бар ғонаhтарыңды йыуырға ашыҡ. Аңламаған бәндәләргә аңлатырға ла тырышма, Әйҙә шулай йәшәhендәр, тар уйҙарыңа hыйышмай. Әгәр дөрөҫ итеп йәшәп, көн күрергә ҡулыңдан килеп, Теләгән әйбереңде теләгән кешеңә биреп, Ғүмер буйы рәхмәт hүҙен ишетеп йәшәгең килhә, Ашыҡма, ашыҡма! Припев: Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма! Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма! Кемгә икәнен дә белмәй уҡынаhың-суҡынаhың, Төпhөҙ күктең көмбәҙенән нимә көтөп ултыраhың. Кәрәк булhа, ҡара ҡоштар төшөп хәбәр еткерерҙәр, Ә беҙ шуға ышанабыҙ, ха-ха, иҫәрҙәр. Мөхәббәтhеҙ ҡалдырҙылар, ә мин кире эҙләп таптым, Һорамайса алға баҫһам, уйымдан хурлыҡҡа баттым. Сабыр итhәм берәй заман шундай көндәр килеп етер, Минең йәнем урамында өс-дүрт кеше байрам итер. Припев: Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма! Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
  • Инде бөттө бүтән һинең алда, Яна-яна шәмдәй эремәм. Кистәремдә инде һине эҙләп, Таныш һуҡмаҡтарҙан йөрөмәм. Ҡушымта: Һин үҙгәрҙең, ярай үҙгәр әйҙә, Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем. Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем, Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе.(2х). Тик ҡулдарым бына тик ҡулдарым, Эҙләп йөҙә һинең ҡулдарҙы. Ирендәрем эҙләй иренеңде, Нишләтәйем бына шуларҙы. Ҡушымта: Һин үҙгәрҙең яра үҙгәр әйҙә, Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем. Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем, Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе. (2х).
  • Ситлеккә бикләп ҡуйып, hиңә йырларға ҡуштылар, Онот инде дуҫтарыңды, ике ҡанатлы. Һәр бер hинең уйҙарыңа хәҙер ҙур хужалар бар. Ҡаршы hүҙ өндәшеп ҡуйма, улар гел хаҡлы хоҡуҡ. Байрам итә таныштарың, ирекле булыу рәхәт. Ҡанаттарың ҡайырылhа, hине иҫкә алып, Йырҙарыңды йырлашалар, исмаhам, шуға рәхмәт, Тапамағас эштәреңде ҡара ергә hалып. Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр). Нисә йылдар hине әрләп, артҡы рәткә теҙҙеләр, Уйлаған уйҙарыңды ҡурҡып әйтә алманың. «Ерҙе туңәрәк» тигәс эстәрен тотоп көлдөләр, Шулай итеп бөгөнгө көндә бер үҙең ҡалдың. Елдәр иҫә төнъяҡтарҙан, күңелемде әрнетеп, Ләкин минең йөрәгемә үтеп инә алмай. Ирешеп булмай дөрөҫлөккә кешеләрҙе кәмhетеп, Уткәндәрҙе бер ҡасан кире ҡайтарып булмай. Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән.(2 тапҡыр). Әннә-гиҙер-генәйем! Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр). Әннә-гиҙер-генәйем! Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр).

Рустам Гиззатуллин

Самое смешное, что в школе я как-то прочитал «Первый снег» в классе, выдал за есенинское. Никто, в том числе и учительница, подвоха не заметили!