Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тыуған илем (Кәрим йыры)»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Бик һағындым һине, тыуған илем!
Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән.
Ғәзиз әсәйемдең усағында,
Мин ашайһы аштар бешмәгән.

Бик һағындым һине, тыуған илем!
Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән.
Мин тартаһы ҡурайҙар ҙа
Уралымда әле үҫмәгән.

Бик һағындым һине, тыуған илем!
Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән.
Ҡоштар осоп етмәҫ был яҡтарҙа,
Ризыҡтарым әле бөтмәгән.
Ризыҡтарым әле бөтмәгән.

Другие песни исполнителя:

  • Туҡтап ҡалды атым, сапманы, Боролоштан саҡ-саҡ атланы. Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын Сәскәләргә күмеп булманы. Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын Сәскәләргә күмеп булманы. Оҙаҡ торҙо атым, сапманы. Оҙаҡ торҙо атым, сапманы, Тормош ауыр, саҡ-саҡ атланы. Зәңгәр таҫмаларҙы, бәллүр бакалдарҙы, Сихри шампандарҙы атманы. Зәңгәр таҫмаларҙы, бәллүр бакалдарҙы, Сихри шампандарҙы атманы. Туҡтап ҡалды атым, сапманы. Оҙаҡ торҙо атым, сапманы, Хәле бөтөп миңә ҡараны. Ярhып атламаны, кәртәләр ватманы, Ауыр hулап ҡуйҙы, hыҡтаны. Ярhып атламаны, кәртәләр ватманы, Ауыр hулап ҡуйҙы, hыҡтаны. Оҙаҡ торҙо-торҙо, Cапманы. Оҙаҡ торҙо атым, сапманы, Боролоштан саҡ-саҡ атланы. Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын Сәскәләргә күмеп булманы. Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын Сәскәләргә күмеп булманы. Тормош ауыр, саҡ-саҡ атланы. Туҡтап ҡалды атым, сапманы. Оҙаҡ торҙо атым, сапманы.
  • Һиңә килдем, иркәм, Үткән юлдарымдың! Һанай-һанай алыҫ сакрымдарын. Килдем, тормошомда кисеп яҙмышымдың Шатлыкларын, һағыш ялҡындарын. Һиңә килдем, иркәм, Килдем елдар буйы, Һанай-һанай үткән көндәремде. Баҫа алмайынса ярһып януҙарын Әрнеп өҙгәләнгән йөрәгемдең. Һиңә килдем, иркәм, Бик һағынып килдем, Шаулап-гөрләп йәмле яҙҙар еткәс Алыҫтарҙан яҙған сәләм хаттарыңды Көтә-көтә түҙемлегем бөткәс.