Татарский переводчик Казахский переводчик Русские песни

Песня «Урман»
исполнителя Айдар Галимов.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

1. Йырлап ҡайтып киләм борма юлдан,
Мең тауышлы көйөн көйләй урман.
Йәшел аландағы хәтфә юрған,
Сабый сағым әллә шунда ҡалған?

Припев:
Эй, урман, урман, йәйге урман!
Йүгереп үтер инем юлыңдан.
Ҡаршы сыҡҡан сабый сағым
Ошо урман буйынан.

2. Йырлап ҡайтып киләм борма юлдан,
Тирә-яғым гөлдәр менән тулған.
Ағас һайын һайрар ҡошсоҡ ҡунған,
Әллә кемде һағына кеүек урман.

Припев:
Эй, урман, урман, йәйге урман!
Кемдәр яуға киткән был юлдан?
Яуҙан ҡайтмай ҡалғандарҙы
Һағына ахыры ул урман.

(Ғ. Сәйфуллин муз., Г. Зәйнәшева һүҙ.)

Другие песни исполнителя:

  • 1) Үҙем һыу алам икән, Үҙем йыуанам икән. Ҡарай, ҡарай, һис таба алмай, Ниңә һуң янам икән? Припев: Аға шишмә сылтыр-сылтыр, Һине шишмә нисек онотор? Әллә лә-ләй лә-лә-лә Ләлә лә-ләй лә-лә-лә. (2 раза) 2) Шишмәләр аға икән, Юлдарын таба икән. Ҡарай, ҡарай, һис таба алмай, Күҙҙәрем тала икән. Припев: Аға шишмә сылтыр-сылтыр, Һине шишмә нисек онотор? Әллә лә-ләй лә-лә-лә Ләлә лә-ләй лә-лә-лә. (2 раза) 3) Юлдарға сығам икән, Уйҙарға сумам икән. Ҡарай, ҡарай, һис таба алмай, Йыраҡта томан икән. Припев: Аға шишмә сылтыр-сылтыр, Һине шишмә нисек онотор? Әллә лә-ләй лә-лә-лә Ләлә лә-ләй лә-лә-лә. (2 раза) (Ф. Мортазин муз., С. Хәким, халыҡ һүҙ.)
  • 1. Өҙәмен ромашка таждарын Һөйәме, һөймәйме тип йәрем. Әйт, сәскә, дөрөҫөн әйт инде, Йыуанһын йөрәгем һәм йәнем. Припев: Яратамы? Яратмаймы? Әйтегеҙсе, ромашкалар. Ашыҡма һин, яратыр, тип Яуап бирә миңә улар. 2. Әйт инде әүлиә ромашка, Йәшлегем һиҙҙермәй үтә бит. Мөхәббәт барына ышанам. Йөрөйөм, ҡасан ул килер тип. Припев: Яратамы? Яратмаймы? Әйтегеҙсе, ромашкалар. Ашыҡма һин, яратыр, тип Яуап бирә миңә улар. 3. Әйтмәй ул хыялый ромашка, Ышанып йөрөүҙән ни сара? Өмөтөм тик һиндә, әүлиәм, Йөрәктә ҡалдырма гел яра. Припев: Яратамы? Яратмаймы? Әйтегеҙсе, ромашкалар. Ашыҡма һин, яратыр, тип Яуап бирә миңә улар.
  • Атым бар, йүгәнем юҡ, Дәртем бар, һөйгәнем юҡ, Атым да бар, дәртем дә бар, Әммә һөйгән йәрем юҡ. Һаҡмар буйы йәмле була, Япраҡ ярһа тал-тирәк. Йәр һөйөп тә алалмаһаң, Ярһый икән йәш йөрәк. Урал, һинең тауыңа Ҡыйғыр ҡоштар ҡуналмай. Минең шатлыҡ хистәрем Күкрәгемә һыялмай. (Башҡорт халыҡ йыры)