Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Исемеңде һалдым йырҙарға»
исполнителя Айдар Галимов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һине эҙләп күпме юлдар үттем.
Һине эҙләп сыҡтым ҡырҙарға.

Әрнеүҙәрем, йөрәк серҙәремде,
Исемеңде һалдым йырҙарға. (х2)

Ул йырҙарҙы тауҙар ҡабатланы,
Улар ишетелде елдәргә.

Шуға иҫә елдәр һине эҙләп,
Ер сигенә, алыҫ илдәргә. (х2)

Урман-тауҙар аша күк күкрәтеп,
Диңгеҙ өҫләп-уҙа был елдәр.

Табалмағас һине, асыуланып,
Дауыл булып туҙа был елдә. (х2)

Йәшнәр йәшен, шашып ағар йылға,
Ярҙарынан ташып, урғылып.

Тик һин минең ярһыу йөрәгемдә
Һаҡланырһың китмәҫ йыр булып. (х2)

(Юлай Үҙәнбаев муз., Фәүзия Рәхимова һүҙ.)

Другие песни исполнителя:

  • 1. Толпар Аҡбуҙат – пар ҡанатлы ат, Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма. Мине алып бар Ҡафтау артына, Алтын hарайҙағы Һылыу янына. Припев: Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫҡай, hин мине йәшлек саҡтарға. Һин бит, дуҫым, Аҡбуҙатым – көмөш тояҡ, алтын ялым, Мин дә hиңә ҡул hуҙармын ауыр саҡтарҙа. 2. Өндәште шул саҡ миңә Аҡбуҙат: Елем бүләк итте, иңемә ҡанат. Мин hәр саҡ әҙер, ҡояшҡа ҡәҙәр Алып барып етәм, hин ҡушhаң әгәр. Припев: Юҡ, кәрәкмәй, Аҡбуҙатым - көмөш тояҡ, алтын ялым, Алып барма йондоҙҙарға, Ай, болоттарға. Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫкай, hин мине йәшлек саҡтарға. 3. Толпар Аҡбуҙат – пар ҡанатлы ат, Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма. Мине алып бар Ҡафтау артына, Алтын hарайҙағы Һылыу янына. Припев: Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫҡай, hин мине йәшлек саҡтарға. Һин бит, дуҫым, Аҡбуҙатым – көмөш тояҡ, алтын ялым, Мин дә hиңә ҡул hуҙармын ауыр саҡтарҙа.