Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Туҡтаны моң»
исполнителя Радик Гареев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Туҡтаны моң...
Телдәремдән ысҡыналмай ҡалды һүҙем,
Туҡтаны моң...
Өлгөрмәнем, киттем ситкә,
Мин йәнәһе сабыр, түҙем, мин йәнәһе сабыр, түҙем.

Припев
Көтмәнемме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын,
Ниңә кинәт юғалдым һуң, ниңә кинәт юғалдым һуң?
Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын.

Туҡтаны моң,
Йөрәгемме ҡапыл шулай туктап калды?
Туҡтаны моң,
Нисә йылдар көтмәнемме
Бөгөнгөләй яҡты таңды, бөгөнгөләй яҡты таңды?

Припев
Көтмәнемме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын,
Ниңә кинәт юғалдым һуң, ниңә кинәт юғалдым һуң?
Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын.

Туҡтаны моң...
Инде, йәнем, һүҙҙәремде әйтә алмам,
Туҡтаны моң...
Тик ғүмергә әрнеп-һыҙлап,
Йөрәгемдә һинең ярам, йөрәгемдә һинең ярам.

Припев
Көтмәнемме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын,
Ниңә кинәт юғалдым һуң, ниңә кинәт юғалдым һуң?
Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын.

(С. Низаметдинов муз., Г. Әхмәтҡужина һүҙ.)

Другие песни исполнителя:

  • Дуҫлыҡ йыры тынмай яңғыраһын, Еребеҙҙе ай-хаҡ мең ураһын Иң матур йыр беҙҙә — дуҫлыҡ йырҙары, йырҙары. Күңелдәрҙән күскән күңелдәргә Йәйғор булып төшкән киң ерҙәргә Иң матур йыр беҙҙә — дуҫлыҡ йырҙары, йырҙары. Һабуллашып йыраҡ китһәктә, Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә, Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә. Ҡайғы түгел, шатлыҡ-нур өләшеп, Ауырлыҡтар еңдек бергәләшеп, Торған ерҙәр, беҙҙең башҡа уйҙар бер, уйҙар бер. Бер хыяллып, бер теләкле итеп, Мәңгелеккә хуш йөрәкле итеп, Тоташтырған безҙҙе оло тыуған ер, тыуған ер. Һабуллашып йыраҡ китһәктә, Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә, Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә. Бергә инде ярһып ут-суларга, Бер сәмеңне алып йондоҙҙарға, Йылдар ағышында дуҫлыҡ сыныҡты, дуҫлыҡ сыныҡты. Һағындырып ҡына осраштырып, Осраштырғас тағы хушлаштырып, Һынай икән ваҡыт беҙҙең дуҫлыҡты, дуҫлыҡты. Һабуллашып йыраҡ китһәктә, Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә, Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә.
  • Тыуған ерҙе биҙәп, Сәрмәсән, уралып ағаһың. Ярҙарға түгел тулҡындарың, йөрәккә ҡағаһың. Припев Моңһоу ҡалыр инем, Сәрмәсән, Күрмәһәм дә һине берҡасан. Тулҡындарың күсә күңелгә, Йыр булып ғүмергә. Ярҙарыңда һинең, Сәрмәсән, ҡалғандыр эҙҙәрем; Йәшлегем үткән һуҡмаҡтарҙы тик һиндә эҙләрмен. Припев Моңһоу ҡалыр инем, Сәрмәсән, Күрмәһәм дә һине берҡасан. Тулҡындарың күсә күңелгә, Йыр була ғүмергә. Уйҙар һымаҡ ярһып, Сәрмәсән, ағаһың ҡайсаҡта. Һыуһындар арта ғына кеүек, беҙ күпме ҡайтһаҡ та. Припев Моңһоу ҡалыр инем, Сәрмәсән, Күрмәһәм дә һине берҡасан. Тулҡындарың күсә күңелгә, Йыр була ғүмергә. (Р. Хәсәнов муз., С. Әлибай һүҙ.)
  • 1. Яҙ турында көй сығарып Тағы тамды тамсылар Әллә шатлыҡ йәше булып Күҙҙәремдән тамдылар Ҡушымта: Султылдашып тамсы тама Сиртеп көмөш ҡылдарын Яҙҙы ғына һағындырып Әйләнәләр йылдарым 2. Йырлай йырлай тамсы тамһа Ерҙә гөлдәр уяныр Һөймәҫтәңдә һөйөр яҙҙар Уйланмаҫтан уйланып Ҡушымта: 3. Күңелемә тамсы менән Яуым ямғыр яуҙырһын Ғашиҡ итеп яҙҙар тағы Аҡылдарҙан яҙҙырһын
  • Юлдарым буйлап киләмен, Елдәрем иҫә генә; Йылдарым балҡып һүнәләр – Ғүмерем иҫәбенә. Ғүмер балҡый, ғүмер балҡый Балҡыған күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Йыр йырлап һөйгәнемә; Ҡанатландыра күңелде Һөйҙөрә белгән генә. Ғүмер балҡый, һөйөү балҡый Ҡанатлы күңелдәрҙә. Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек, Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Килмәйем, еләм генә. Йәшәүҙәр, йәшәү шикелле Дуҫтарым менән генә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.
  • Алыҫтарҙан, йондоҙ эҙләй, ярһыу йәшлек, Ерҙә һүнмәҫ, уттар барын, һиҙмәйенсә. Беребеҙ күктә, беребеҙ ерҙә, тороп ҡалған, Йәшлек саҡтың үтерҙәрен белмәйенсә. Ҡушымта: Ул саҡтарҙың осҡондары гөрләр кеүек, Елдәр йотҡан, йәмдәр әле, һуң түгелдер, Шул көндәрҙе, беҙгә ҡабат, ҡайтырырға, Һуң түгелдер, бәлки, һуң түгелдер. Йәшлектәрҙең ташҡындары шаулап аҡҡан, Тик икебеҙ, ҡалғанбыҙ шул, ике ярҙа. Бер мөгжизә, тоташтырһа, ярҙы — ярға, Үткәндәре, ҡабатланыр, тағы ерҙә.