Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Иҫке өй»
исполнителя Радик Гареев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Бик йыш төштә күрәм иҫке өйҙө,
Иҫке өйөм - бала саҡтың йөҙө.
Үткәндәрҙе күрһәм иҫке өйҙә,
Яҡты уйҙар үҙәгемде өҙә.

Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм.
Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм.

Таралыштыҡ, ҡанатыбыҙ нығып,
Ҡайтҡылайбыҙ һирәк, бик һағынып.
Гел ҡайтабыҙ тура, яңы өйгә,
Теүәлләнә донъя ҡайтҡан көйгә.

Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм.
Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм.

Иҫке өйөм - ул бит ҡош ояһы,
Олатайым, атайымдың яғы.
Иҫке өйөм баҙар ығы-зығы
Әсәйҙең дә әле йәп-йәш сағы.

Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм.
Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм.
(С.Низаметдинов муз., А. Усманов һүҙ.)

Другие песни исполнителя:

  • 1. Һай, йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам! 2. Башыңдағы йүгәнеңде, Көмөшләрбеҙ, юрғам. Ҡара ҡырпыу үңлегеңде, Нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам! Тайт, Ҡара юрғам! 3. Йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам!
  • Юлдарым буйлап киләмен, Елдәрем иҫә генә; Йылдарым балҡып һүнәләр – Ғүмерем иҫәбенә. Ғүмер балҡый, ғүмер балҡый Балҡыған күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Йыр йырлап һөйгәнемә; Ҡанатландыра күңелде Һөйҙөрә белгән генә. Ғүмер балҡый, һөйөү балҡый Ҡанатлы күңелдәрҙә. Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек, Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Килмәйем, еләм генә. Йәшәүҙәр, йәшәү шикелле Дуҫтарым менән генә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.
  • Ҡасан ғына беҙ ошонда икәү утырған инек. Күктән яуған йондоҙҙарҙы усҡа тултырған инек. Усҡа тултырған инек... Йылы ҡарай ғына һиңә Күңел хисенә көҙһөҙ. Күпме яуһа ла күмелмәй, Йондоҙҙай балҡый өс һүҙ: Мин һине яратам, Яратам, яратам! Хәҙер яңғыҙ ҡырпак ҡарға уйҙарымды таратам. Мин килгән инем, һин һаман юҡ,тик ҡарҙар уйнай ерҙә. Тик ҡарҙар уйнай ерҙә. Йылы ҡарай ғына һиңә, Күңел хисенә көҙһөҙ. Күпме яуһа ла күмелмәй, Йондоҙҙай балҡый өс һүҙ: Мин һине яратам, Яратам, яратам! (С.Низаметдинов муз., З. Ҡотлогилдина һүҙ.)
  • Ай яҡтыһы төшә тәҙрәмә, Инде ҡоштар күптән тыңдылар. Болғатылған шишмә һыуҙары ла Көҙгө кеүек булып туңдылар. Көҙгө кеүек булып туңдылар. Ай яҡтыһы төшә тәҙрәмә, Яҙғы төндәр бигерәк матурҙар. Шундай төндә йыраҡ далаларҙа Ҡунаһыңдыр ҡороп сатырҙар. Ҡунаһыңдыр ҡороп сатырҙар. Ай яктыһы төшә тәҙрәмә, Рәхәтләнеп йоҡлай ҡалалар. Асыуланма, барам яңдарыңа, Килештерер беҙҙе далалар. Килештерер беҙҙе далалар. (Р. Хәсәнов муз., Р. Гәрәй һүҙ.)
  • Алыҫтарҙан, йондоҙ эҙләй, ярһыу йәшлек, Ерҙә һүнмәҫ, уттар барын, һиҙмәйенсә. Беребеҙ күктә, беребеҙ ерҙә, тороп ҡалған, Йәшлек саҡтың үтерҙәрен белмәйенсә. Ҡушымта: Ул саҡтарҙың осҡондары гөрләр кеүек, Елдәр йотҡан, йәмдәр әле, һуң түгелдер, Шул көндәрҙе, беҙгә ҡабат, ҡайтырырға, Һуң түгелдер, бәлки, һуң түгелдер. Йәшлектәрҙең ташҡындары шаулап аҡҡан, Тик икебеҙ, ҡалғанбыҙ шул, ике ярҙа. Бер мөгжизә, тоташтырһа, ярҙы — ярға, Үткәндәре, ҡабатланыр, тағы ерҙә.