Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Мин һине яратам»
исполнителя Радик Гареев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡасан ғына беҙ ошонда икәү утырған инек.
Күктән яуған йондоҙҙарҙы усҡа тултырған инек.
Усҡа тултырған инек...
Йылы ҡарай ғына һиңә
Күңел хисенә көҙһөҙ.
Күпме яуһа ла күмелмәй,
Йондоҙҙай балҡый өс һүҙ:
Мин һине яратам,
Яратам, яратам!

Хәҙер яңғыҙ ҡырпак ҡарға уйҙарымды таратам.
Мин килгән инем, һин һаман юҡ,тик ҡарҙар уйнай ерҙә.
Тик ҡарҙар уйнай ерҙә.
Йылы ҡарай ғына һиңә,
Күңел хисенә көҙһөҙ.
Күпме яуһа ла күмелмәй,
Йондоҙҙай балҡый өс һүҙ:
Мин һине яратам,
Яратам, яратам!

(С.Низаметдинов муз., З. Ҡотлогилдина һүҙ.)

Другие песни исполнителя:

  • Алыҫтарҙан, йондоҙ эҙләй, ярһыу йәшлек, Ерҙә һүнмәҫ, уттар барын, һиҙмәйенсә. Беребеҙ күктә, беребеҙ ерҙә, тороп ҡалған, Йәшлек саҡтың үтерҙәрен белмәйенсә. Ҡушымта: Ул саҡтарҙың осҡондары гөрләр кеүек, Елдәр йотҡан, йәмдәр әле, һуң түгелдер, Шул көндәрҙе, беҙгә ҡабат, ҡайтырырға, Һуң түгелдер, бәлки, һуң түгелдер. Йәшлектәрҙең ташҡындары шаулап аҡҡан, Тик икебеҙ, ҡалғанбыҙ шул, ике ярҙа. Бер мөгжизә, тоташтырһа, ярҙы — ярға, Үткәндәре, ҡабатланыр, тағы ерҙә.
  • Ай яҡтыһы төшә тәҙрәмә, Инде ҡоштар күптән тыңдылар. Болғатылған шишмә һыуҙары ла Көҙгө кеүек булып туңдылар. Көҙгө кеүек булып туңдылар. Ай яҡтыһы төшә тәҙрәмә, Яҙғы төндәр бигерәк матурҙар. Шундай төндә йыраҡ далаларҙа Ҡунаһыңдыр ҡороп сатырҙар. Ҡунаһыңдыр ҡороп сатырҙар. Ай яктыһы төшә тәҙрәмә, Рәхәтләнеп йоҡлай ҡалалар. Асыуланма, барам яңдарыңа, Килештерер беҙҙе далалар. Килештерер беҙҙе далалар. (Р. Хәсәнов муз., Р. Гәрәй һүҙ.)
  • Ерҙә гүзәл ҡалалар күп, Һинең кеүек юҡ бүтән. Шуға һине йөрәгемдә Ҡояш итеп йөрөтәм. Припев: Эй, Өфөм матур ҡалам, Һиңә ҡарап һоҡланам. Бер ваҡытта ла мин һине Яратыуҙан туҡтамам. (2 раза) Ай үҫәһең, көн үҫәһең, Тарих эҙҙәрен һаҡлап. Мөмкинме һине ҙурламау, Һине йырламау, маҡтап? Припев: Эй, Өфөм матур ҡалам, Һиңә ҡарап һоҡланам. Бер ваҡытта ла мин һине Яратыуҙан туҡтамам. (2 раза) Һәр тараф гөлгә күмелгән, Бал тама йүкәләрҙән. Һиндә сафлыҡ, һиндә шатлыҡ, Һиндә бәхет, һиндә йәм. Припев: Эй, Өфөм матур ҡалам, Һиңә ҡарап һоҡланам. Бер ваҡытта ла мин һине Яратыуҙан туҡтамам. (2 раза)
  • Бик йыш төштә күрәм иҫке өйҙө, Иҫке өйөм - бала саҡтың йөҙө. Үткәндәрҙе күрһәм иҫке өйҙә, Яҡты уйҙар үҙәгемде өҙә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Таралыштыҡ, ҡанатыбыҙ нығып, Ҡайтҡылайбыҙ һирәк, бик һағынып. Гел ҡайтабыҙ тура, яңы өйгә, Теүәлләнә донъя ҡайтҡан көйгә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйөм - ул бит ҡош ояһы, Олатайым, атайымдың яғы. Иҫке өйөм баҙар ығы-зығы Әсәйҙең дә әле йәп-йәш сағы. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. (С.Низаметдинов муз., А. Усманов һүҙ.)
  • Тыуған ерҙе биҙәп, Сәрмәсән, уралып ағаһың. Ярҙарға түгел тулҡындарың, йөрәккә ҡағаһың. Припев Моңһоу ҡалыр инем, Сәрмәсән, Күрмәһәм дә һине берҡасан. Тулҡындарың күсә күңелгә, Йыр булып ғүмергә. Ярҙарыңда һинең, Сәрмәсән, ҡалғандыр эҙҙәрем; Йәшлегем үткән һуҡмаҡтарҙы тик һиндә эҙләрмен. Припев Моңһоу ҡалыр инем, Сәрмәсән, Күрмәһәм дә һине берҡасан. Тулҡындарың күсә күңелгә, Йыр була ғүмергә. Уйҙар һымаҡ ярһып, Сәрмәсән, ағаһың ҡайсаҡта. Һыуһындар арта ғына кеүек, беҙ күпме ҡайтһаҡ та. Припев Моңһоу ҡалыр инем, Сәрмәсән, Күрмәһәм дә һине берҡасан. Тулҡындарың күсә күңелгә, Йыр була ғүмергә. (Р. Хәсәнов муз., С. Әлибай һүҙ.)