Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Торналар киткән саҡта»
исполнителя Радик Гареев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Беҙҙе ташлап йыраҡҡа
Торналар киткән саҡта,
Һаубуллашыу тауыштары
Әллә ниҙәр уйлата.
Торналар киткән саҡта,
Әллә ниҙәр уйлата, уйлата.
Торналар киткән саҡта,
Әллә ниҙәр уйлата, уйлата...

Торналар киткән саҡта,
Ергә һары моң ята.
Айырылғас ҡауышыу бар
Шул күңелде йыуата.
Торналар киткән саҡта,
Ергә һары моң ята. Моң ята...

Торналар киткән саҡта,
Әллә ниҙәр уйлата.
Беҙҙән башҡа улар нисек
Йәшәр икән сит яҡта?
Торналар киткән саҡта
Әллә ниҙәр уйлата... Уйлата...
Торналар киткән саҡта
Әллә ниҙәр уйлата, уйлата...

(Р. Хәсәнов муз., Р. Ханнанов һүҙ.)

Другие песни исполнителя:

  • 1. Һай, йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам! 2. Башыңдағы йүгәнеңде, Көмөшләрбеҙ, юрғам. Ҡара ҡырпыу үңлегеңде, Нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам! Тайт, Ҡара юрғам! 3. Йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам!
  • Туҡтаны моң... Телдәремдән ысҡыналмай ҡалды һүҙем, Туҡтаны моң... Өлгөрмәнем, киттем ситкә, Мин йәнәһе сабыр, түҙем, мин йәнәһе сабыр, түҙем. Припев Көтмәнемме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын, Ниңә кинәт юғалдым һуң, ниңә кинәт юғалдым һуң? Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын. Туҡтаны моң, Йөрәгемме ҡапыл шулай туктап калды? Туҡтаны моң, Нисә йылдар көтмәнемме Бөгөнгөләй яҡты таңды, бөгөнгөләй яҡты таңды? Припев Көтмәнемме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын, Ниңә кинәт юғалдым һуң, ниңә кинәт юғалдым һуң? Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын. Туҡтаны моң... Инде, йәнем, һүҙҙәремде әйтә алмам, Туҡтаны моң... Тик ғүмергә әрнеп-һыҙлап, Йөрәгемдә һинең ярам, йөрәгемдә һинең ярам. Припев Көтмәнемме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын, Ниңә кинәт юғалдым һуң, ниңә кинәт юғалдым һуң? Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын. (С. Низаметдинов муз., Г. Әхмәтҡужина һүҙ.)
  • Юлдарым буйлап киләмен, Елдәрем иҫә генә; Йылдарым балҡып һүнәләр – Ғүмерем иҫәбенә. Ғүмер балҡый, ғүмер балҡый Балҡыған күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Йыр йырлап һөйгәнемә; Ҡанатландыра күңелде Һөйҙөрә белгән генә. Ғүмер балҡый, һөйөү балҡый Ҡанатлы күңелдәрҙә. Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек, Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Килмәйем, еләм генә. Йәшәүҙәр, йәшәү шикелле Дуҫтарым менән генә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.
  • 1. Яҙ турында көй сығарып Тағы тамды тамсылар Әллә шатлыҡ йәше булып Күҙҙәремдән тамдылар Ҡушымта: Султылдашып тамсы тама Сиртеп көмөш ҡылдарын Яҙҙы ғына һағындырып Әйләнәләр йылдарым 2. Йырлай йырлай тамсы тамһа Ерҙә гөлдәр уяныр Һөймәҫтәңдә һөйөр яҙҙар Уйланмаҫтан уйланып Ҡушымта: 3. Күңелемә тамсы менән Яуым ямғыр яуҙырһын Ғашиҡ итеп яҙҙар тағы Аҡылдарҙан яҙҙырһын
  • Тыуған ерҙе биҙәп, Сәрмәсән, уралып ағаһың. Ярҙарға түгел тулҡындарың, йөрәккә ҡағаһың. Припев Моңһоу ҡалыр инем, Сәрмәсән, Күрмәһәм дә һине берҡасан. Тулҡындарың күсә күңелгә, Йыр булып ғүмергә. Ярҙарыңда һинең, Сәрмәсән, ҡалғандыр эҙҙәрем; Йәшлегем үткән һуҡмаҡтарҙы тик һиндә эҙләрмен. Припев Моңһоу ҡалыр инем, Сәрмәсән, Күрмәһәм дә һине берҡасан. Тулҡындарың күсә күңелгә, Йыр була ғүмергә. Уйҙар һымаҡ ярһып, Сәрмәсән, ағаһың ҡайсаҡта. Һыуһындар арта ғына кеүек, беҙ күпме ҡайтһаҡ та. Припев Моңһоу ҡалыр инем, Сәрмәсән, Күрмәһәм дә һине берҡасан. Тулҡындарың күсә күңелгә, Йыр була ғүмергә. (Р. Хәсәнов муз., С. Әлибай һүҙ.)