Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тамсы тама»
исполнителя Радик Гареев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Яҙ турында көй сығарып
Тағы тамды тамсылар
Әллә шатлыҡ йәше булып
Күҙҙәремдән тамдылар

Ҡушымта:
Султылдашып тамсы тама
Сиртеп көмөш ҡылдарын
Яҙҙы ғына һағындырып
Әйләнәләр йылдарым

2. Йырлай йырлай тамсы тамһа
Ерҙә гөлдәр уяныр
Һөймәҫтәңдә һөйөр яҙҙар
Уйланмаҫтан уйланып

Ҡушымта:

3. Күңелемә тамсы менән
Яуым ямғыр яуҙырһын
Ғашиҡ итеп яҙҙар тағы
Аҡылдарҙан яҙҙырһын

Другие песни исполнителя:

  • Беҙҙе ташлап йыраҡҡа Торналар киткән саҡта, Һаубуллашыу тауыштары Әллә ниҙәр уйлата. Торналар киткән саҡта, Әллә ниҙәр уйлата, уйлата. Торналар киткән саҡта, Әллә ниҙәр уйлата, уйлата... Торналар киткән саҡта, Ергә һары моң ята. Айырылғас ҡауышыу бар Шул күңелде йыуата. Торналар киткән саҡта, Ергә һары моң ята. Моң ята... Торналар киткән саҡта, Әллә ниҙәр уйлата. Беҙҙән башҡа улар нисек Йәшәр икән сит яҡта? Торналар киткән саҡта Әллә ниҙәр уйлата... Уйлата... Торналар киткән саҡта Әллә ниҙәр уйлата, уйлата... (Р. Хәсәнов муз., Р. Ханнанов һүҙ.)
  • Юлдарыма аҡ томандар Аҡ пәрдәләр ҡорғандар. Һөйгәнемде эҙләп киләм, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар! Бөгөн кистә аҡ томандар, Юлды ҡаплап ҡуйғандар. Ул да мине эҙләгәндер, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар! Беҙ бит ерҙә мәңге бергә, Булыу өсөн тыуғандар. Мөхәббәткә юл бирегеҙ, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар!
  • Туҡтаны моң... Телдәремдән ысҡыналмай ҡалды һүҙем, Туҡтаны моң... Өлгөрмәнем, киттем ситкә, Мин йәнәһе сабыр, түҙем, мин йәнәһе сабыр, түҙем. Припев Көтмәнемме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын, Ниңә кинәт юғалдым һуң, ниңә кинәт юғалдым һуң? Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын. Туҡтаны моң, Йөрәгемме ҡапыл шулай туктап калды? Туҡтаны моң, Нисә йылдар көтмәнемме Бөгөнгөләй яҡты таңды, бөгөнгөләй яҡты таңды? Припев Көтмәнемме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын, Ниңә кинәт юғалдым һуң, ниңә кинәт юғалдым һуң? Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын. Туҡтаны моң... Инде, йәнем, һүҙҙәремде әйтә алмам, Туҡтаны моң... Тик ғүмергә әрнеп-һыҙлап, Йөрәгемдә һинең ярам, йөрәгемдә һинең ярам. Припев Көтмәнемме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын, Ниңә кинәт юғалдым һуң, ниңә кинәт юғалдым һуң? Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын. (С. Низаметдинов муз., Г. Әхмәтҡужина һүҙ.)
  • Бик йыш төштә күрәм иҫке өйҙө, Иҫке өйөм - бала саҡтың йөҙө. Үткәндәрҙе күрһәм иҫке өйҙә, Яҡты уйҙар үҙәгемде өҙә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Таралыштыҡ, ҡанатыбыҙ нығып, Ҡайтҡылайбыҙ һирәк, бик һағынып. Гел ҡайтабыҙ тура, яңы өйгә, Теүәлләнә донъя ҡайтҡан көйгә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйөм - ул бит ҡош ояһы, Олатайым, атайымдың яғы. Иҫке өйөм баҙар ығы-зығы Әсәйҙең дә әле йәп-йәш сағы. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. (С.Низаметдинов муз., А. Усманов һүҙ.)
  • Ҡасан ғына беҙ ошонда икәү утырған инек. Күктән яуған йондоҙҙарҙы усҡа тултырған инек. Усҡа тултырған инек... Йылы ҡарай ғына һиңә Күңел хисенә көҙһөҙ. Күпме яуһа ла күмелмәй, Йондоҙҙай балҡый өс һүҙ: Мин һине яратам, Яратам, яратам! Хәҙер яңғыҙ ҡырпак ҡарға уйҙарымды таратам. Мин килгән инем, һин һаман юҡ,тик ҡарҙар уйнай ерҙә. Тик ҡарҙар уйнай ерҙә. Йылы ҡарай ғына һиңә, Күңел хисенә көҙһөҙ. Күпме яуһа ла күмелмәй, Йондоҙҙай балҡый өс һүҙ: Мин һине яратам, Яратам, яратам! (С.Низаметдинов муз., З. Ҡотлогилдина һүҙ.)