Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡара юрға»
исполнителя Радик Гареев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Һай, йомро матур тояғыңды,
Дағаларбыҙ, юрғам.
Ҡырас матур ялдарыңды,
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге hылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам,
Тайт, ҡара юрғам!

2. Башыңдағы йүгәнеңде,
Көмөшләрбеҙ, юрғам.
Ҡара ҡырпыу үңлегеңде,
Нағышларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге һылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!

3. Йомро матур тояғыңды,
Дағаларбыҙ, юрғам.
Ҡырас матур ялдарыңды,
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге hылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам,
Тайт, ҡара юрғам!

Другие песни исполнителя:

  • Ҡасан ғына беҙ ошонда икәү утырған инек. Күктән яуған йондоҙҙарҙы усҡа тултырған инек. Усҡа тултырған инек... Йылы ҡарай ғына һиңә Күңел хисенә көҙһөҙ. Күпме яуһа ла күмелмәй, Йондоҙҙай балҡый өс һүҙ: Мин һине яратам, Яратам, яратам! Хәҙер яңғыҙ ҡырпак ҡарға уйҙарымды таратам. Мин килгән инем, һин һаман юҡ,тик ҡарҙар уйнай ерҙә. Тик ҡарҙар уйнай ерҙә. Йылы ҡарай ғына һиңә, Күңел хисенә көҙһөҙ. Күпме яуһа ла күмелмәй, Йондоҙҙай балҡый өс һүҙ: Мин һине яратам, Яратам, яратам! (С.Низаметдинов муз., З. Ҡотлогилдина һүҙ.)
  • Ай яҡтыһы төшә тәҙрәмә, Инде ҡоштар күптән тыңдылар. Болғатылған шишмә һыуҙары ла Көҙгө кеүек булып туңдылар. Көҙгө кеүек булып туңдылар. Ай яҡтыһы төшә тәҙрәмә, Яҙғы төндәр бигерәк матурҙар. Шундай төндә йыраҡ далаларҙа Ҡунаһыңдыр ҡороп сатырҙар. Ҡунаһыңдыр ҡороп сатырҙар. Ай яктыһы төшә тәҙрәмә, Рәхәтләнеп йоҡлай ҡалалар. Асыуланма, барам яңдарыңа, Килештерер беҙҙе далалар. Килештерер беҙҙе далалар. (Р. Хәсәнов муз., Р. Гәрәй һүҙ.)
  • Уралым, Уралым! Күгәреп ятҡан Уралым Нурға сумған түбәһе Күккә ашҡан Уралым Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡҡанда Һайрап ҡаршылай ҡоштарың Тонйорап ҡояш батҡанда Һайрап оҙата ҡоштарың Һине маҡтай йырҙарым Һине данлай йырҙарым Һин бит минең төйәгем Һине һөйә йөрәгем Уралым, Уралым аааааа... аааааа... лә-лә, лә-лә лә-лә, лә-лә лә-лә, лә-лә-лә-ль, лә-лә, лә-лә лә-лә, лә-лә, лә-лә-ль, лә-лә лә, лә-лә, лә, лә-лә, лә-лә.
  • Алыҫтарҙан, йондоҙ эҙләй, ярһыу йәшлек, Ерҙә һүнмәҫ, уттар барын, һиҙмәйенсә. Беребеҙ күктә, беребеҙ ерҙә, тороп ҡалған, Йәшлек саҡтың үтерҙәрен белмәйенсә. Ҡушымта: Ул саҡтарҙың осҡондары гөрләр кеүек, Елдәр йотҡан, йәмдәр әле, һуң түгелдер, Шул көндәрҙе, беҙгә ҡабат, ҡайтырырға, Һуң түгелдер, бәлки, һуң түгелдер. Йәшлектәрҙең ташҡындары шаулап аҡҡан, Тик икебеҙ, ҡалғанбыҙ шул, ике ярҙа. Бер мөгжизә, тоташтырһа, ярҙы — ярға, Үткәндәре, ҡабатланыр, тағы ерҙә.
  • Юлдарыма аҡ томандар Аҡ пәрдәләр ҡорғандар. Һөйгәнемде эҙләп киләм, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар! Бөгөн кистә аҡ томандар, Юлды ҡаплап ҡуйғандар. Ул да мине эҙләгәндер, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар! Беҙ бит ерҙә мәңге бергә, Булыу өсөн тыуғандар. Мөхәббәткә юл бирегеҙ, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар!