Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Уралым»
исполнителя Радик Гареев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Уралым, Уралым!
Күгәреп ятҡан Уралым
Нурға сумған түбәһе
Күккә ашҡан Уралым
Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡҡанда
Һайрап ҡаршылай ҡоштарың
Тонйорап ҡояш батҡанда
Һайрап оҙата ҡоштарың
Һине маҡтай йырҙарым
Һине данлай йырҙарым
Һин бит минең төйәгем
Һине һөйә йөрәгем
Уралым, Уралым
аааааа...
аааааа...
лә-лә, лә-лә
лә-лә, лә-лә
лә-лә, лә-лә-лә-ль, лә-лә, лә-лә
лә-лә, лә-лә, лә-лә-ль, лә-лә
лә, лә-лә, лә, лә-лә, лә-лә.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Һай, йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам! 2. Башыңдағы йүгәнеңде, Көмөшләрбеҙ, юрғам. Ҡара ҡырпыу үңлегеңде, Нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам! Тайт, Ҡара юрғам! 3. Йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам!
  • Ерҙә гүзәл ҡалалар күп, Һинең кеүек юҡ бүтән. Шуға һине йөрәгемдә Ҡояш итеп йөрөтәм. Припев: Эй, Өфөм матур ҡалам, Һиңә ҡарап һоҡланам. Бер ваҡытта ла мин һине Яратыуҙан туҡтамам. (2 раза) Ай үҫәһең, көн үҫәһең, Тарих эҙҙәрен һаҡлап. Мөмкинме һине ҙурламау, Һине йырламау, маҡтап? Припев: Эй, Өфөм матур ҡалам, Һиңә ҡарап һоҡланам. Бер ваҡытта ла мин һине Яратыуҙан туҡтамам. (2 раза) Һәр тараф гөлгә күмелгән, Бал тама йүкәләрҙән. Һиндә сафлыҡ, һиндә шатлыҡ, Һиндә бәхет, һиндә йәм. Припев: Эй, Өфөм матур ҡалам, Һиңә ҡарап һоҡланам. Бер ваҡытта ла мин һине Яратыуҙан туҡтамам. (2 раза)
  • Бик йыш төштә күрәм иҫке өйҙө, Иҫке өйөм - бала саҡтың йөҙө. Үткәндәрҙе күрһәм иҫке өйҙә, Яҡты уйҙар үҙәгемде өҙә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Таралыштыҡ, ҡанатыбыҙ нығып, Ҡайтҡылайбыҙ һирәк, бик һағынып. Гел ҡайтабыҙ тура, яңы өйгә, Теүәлләнә донъя ҡайтҡан көйгә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйөм - ул бит ҡош ояһы, Олатайым, атайымдың яғы. Иҫке өйөм баҙар ығы-зығы Әсәйҙең дә әле йәп-йәш сағы. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. (С.Низаметдинов муз., А. Усманов һүҙ.)
  • Юлдарыма аҡ томандар Аҡ пәрдәләр ҡорғандар. Һөйгәнемде эҙләп киләм, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар! Бөгөн кистә аҡ томандар, Юлды ҡаплап ҡуйғандар. Ул да мине эҙләгәндер, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар! Беҙ бит ерҙә мәңге бергә, Булыу өсөн тыуғандар. Мөхәббәткә юл бирегеҙ, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар!
  • Ҡасан ғына беҙ ошонда икәү утырған инек. Күктән яуған йондоҙҙарҙы усҡа тултырған инек. Усҡа тултырған инек... Йылы ҡарай ғына һиңә Күңел хисенә көҙһөҙ. Күпме яуһа ла күмелмәй, Йондоҙҙай балҡый өс һүҙ: Мин һине яратам, Яратам, яратам! Хәҙер яңғыҙ ҡырпак ҡарға уйҙарымды таратам. Мин килгән инем, һин һаман юҡ,тик ҡарҙар уйнай ерҙә. Тик ҡарҙар уйнай ерҙә. Йылы ҡарай ғына һиңә, Күңел хисенә көҙһөҙ. Күпме яуһа ла күмелмәй, Йондоҙҙай балҡый өс һүҙ: Мин һине яратам, Яратам, яратам! (С.Низаметдинов муз., З. Ҡотлогилдина һүҙ.)