Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ғүмер юлы»
исполнителя Руслан Нигматов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Туҡтамай оса ғына,тоттормай ҡаса ғына
Ҡанатлы шул ваҡыт елдәре.
Нисек дәү үтә ғүмер, үтә икән барыбер
Ҡайғылы һәм рәхәт төндәре.

А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын.
А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын.

Мәңге ҡайтмаҫ көндәрҙең, бына тигән ғүмерҙең
Ҡәҙерләрен һуңлап аңлайбыҙ.
Ҡайҙалыр ашығабыҙ, кемгәлер ашҡынабыҙ,
Иң кәрәген онотоп ташлайбыҙ.

А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын.
А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын.

Урын бар моңланырға, утырып уйланырға
Мәңгелек хаҡҡында бер минут.
Беҙ ергә ниғә килгән, ниҙәр бар беҙ белмәгән
Һорауҙарға яуап ҡына юҡ.

А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын,
А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын.

Другие песни исполнителя:

  • Һибәләй ямғыр, иркәләй ямғыр, Тамсыларҙы тотоп бейей, Туҡталмай яуа, ер битен йыуа, Ә елдәр ниҙер көйләй. Тирә яҡ сафлы, тирә яҡ паҡлы. Ямғырҙар яуһын, юлдарын күмһен, Янған йөрәк бер аҙ баҫылһын. Юйылһын барҙа юғалһын зарҙар, Ямғырҙарҙа бәхет табылһын. Мин юлда барам, рулемде борам Ямғырҙың йырын тыңлап, Куҙҙәрем юлда, күңелем моңда Ҡылдарҙай ала сыңлап. Аралар йыраҡ, барабыҙ урап. Ямғырҙар яуһын, юлдарын күмһен, Янған йөрәк бер аҙ баҫылһын, Юйылһын барҙа юғалһын зарҙар Ямғырҙарҙа бәхет табылһын. Һибәләй ямғыр, иркәләй ямғыр, Тамсыларҙы тотоп бейей, Туҡталмай яуа, ер битен йыуа, Ә елдәр ниҙер көйләй.
  • Дуҫым,тормошто аңларға һин бөтәнләй тырышма. Дуҫтарыңдың хаталарын ҡабатларға ашыҡма. Кистәр болотло булһа ла, иртәнсәк ҡояш тыуа. Көндөҙөң аяҙ булһа ла, төндәрен ямғыр яуа. Ҡустым, тормошто аңларға һин бөтәнләй тырышма. Нисек бар, шулай ҡабул ит, рәхмәтле бул, онотма. Һин минең ҡәҙерле кешем, гел йөрәгеңде тыңла. Аҡыллы бул һәм айыҡ бул, бәхетеңде юғалтма. Зәңгәр күк менән ҡара ер һәм кеше бер тамырҙан. Һулышың таҙа һәм иркен булырға тейеш, аңла. Ғүмерҙәр бер генә килә, һәр бер көнөңә һин шатлан. Нисек бар, шулай ҡабул ит, туҡтама, алға атла! Туҡтама, алға атла!