Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Руслан Нигматов.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Руслан Нигматов

  • Аҡ болоттар ағылалар ҙа, ағылалар, Ҡайҙа икән улар шулай ашығалар? Һинең яҡтан, һинең яҡтан Сәләм килтермәй улар. Аҡ болоттар ағылалар ҙа, ағылалар, Күңелемә минең килеп ҡағылалар. Мәңге һүнмәҫ, мәңге һүнмәҫ Хис барын белмәй улар. Болоттар булһам осоп, Һинең янға барыр инем. Һаман әле һөйәм тиһәң, Яныңда ҡалыр инем. Аҡ болоттар ағылалар ҙа, ағылалар, Һағыштары ғына килеп һарылалар. Уйлап, һине уйлап Ҡалдым уларға ҡарап. Аҡ болоттар ағылалар ҙа, ағылалар, Яратҡандар ғына шулай һағыналар. Көтәм тиһәң, киләм һиңә Бөтә Ер шарын урап. Болоттар булһам осоп, Һинең янға барыр инем. Һаман әле һөйәм, тимәк - Яңыңда ҡалыр инем. Аҡ болоттар ағылалар ҙа ағылалар, Ҡайҙа икән улар шулай ашығалар? Һинең яҡтан, һинең яҡтан Сәләм килтермәй улар...
  • Туҡтамай оса ғына,тоттормай ҡаса ғына Ҡанатлы шул ваҡыт елдәре. Нисек дәү үтә ғүмер, үтә икән барыбер Ҡайғылы һәм рәхәт төндәре. А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын. А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын. Мәңге ҡайтмаҫ көндәрҙең, бына тигән ғүмерҙең Ҡәҙерләрен һуңлап аңлайбыҙ. Ҡайҙалыр ашығабыҙ, кемгәлер ашҡынабыҙ, Иң кәрәген онотоп ташлайбыҙ. А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын. А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын. Урын бар моңланырға, утырып уйланырға Мәңгелек хаҡҡында бер минут. Беҙ ергә ниғә килгән, ниҙәр бар беҙ белмәгән Һорауҙарға яуап ҡына юҡ. А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын, А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын.
  • Ғүмер үтә... Ә һин иҫләйһеңме беҙҙең йәш саҡтарҙы? Осрашҡанды һинең менән йә икебеҙҙе? У-у-у, Ғәлиә... Иҫләйһеңме, ҡосаҡлашып ултырғанды тау башында? "Мин яратам һине" тинең һин шул мәлдә. У-у-у, Ғәлиә... Ғәлиә, Ғәлиә! Йәш саҡтарҙа һымаҡ һине ҡосоп үбәм. Ғәлиәм! Һәм тағында һиңә әйтәм "һине яратам". Ғәлиә... Ғүмер оса ҡоштар һымаҡ алыҫ яҡҡа. Беҙҙең бәхет йәшлек менән мәңге ҡала. У-у-у, Ғәлиә... Ғәлиә, Ғәлиә! Йәш саҡтарҙа һымаҡ һине ҡосоп үбәм. Ғәлиәм! Һәм тағында һиңә әйтәм "һине яратам".
  • Төн етте, йоҡларға ваҡыт һиңә, Иртәгә яңы көс менән торорға. Һин йоҡла, йәнем, йом күҙҙәреңде, Әллә яҡты ай йоҡларға бирмәй. Йоҡла, минең бәпәйем, Тыныс йоҡо теләйем. Изге төштәр күрерһең Йоҡла, минең йондоҙом. (2) Сәңгелдәгеңә мин һине һалам Һәм сығарып һине бәү итәм. Йондоҙҙар балҡып ҡараһалар ҙа Йоҡларға бирмәй минең ҡыҙыма. Йоҡла, минең бәпәйем, Тыныс йоҡо теләйем. Изге төштәр күрерһең Йоҡла, минең йондоҙом. (2)
  • Һибәләй ямғыр, иркәләй ямғыр, Тамсыларҙы тотоп бейей, Туҡталмай яуа, ер битен йыуа, Ә елдәр ниҙер көйләй. Тирә яҡ сафлы, тирә яҡ паҡлы. Ямғырҙар яуһын, юлдарын күмһен, Янған йөрәк бер аҙ баҫылһын. Юйылһын барҙа юғалһын зарҙар, Ямғырҙарҙа бәхет табылһын. Мин юлда барам, рулемде борам Ямғырҙың йырын тыңлап, Куҙҙәрем юлда, күңелем моңда Ҡылдарҙай ала сыңлап. Аралар йыраҡ, барабыҙ урап. Ямғырҙар яуһын, юлдарын күмһен, Янған йөрәк бер аҙ баҫылһын, Юйылһын барҙа юғалһын зарҙар Ямғырҙарҙа бәхет табылһын. Һибәләй ямғыр, иркәләй ямғыр, Тамсыларҙы тотоп бейей, Туҡталмай яуа, ер битен йыуа, Ә елдәр ниҙер көйләй.
  • Йәнһеҙ вокзал... Һинең һонғол һының Баҫып ҡалды сит яҡ перронда. Йылдар-юлдар алыҫтарға илтә, Тик һин һаман ҡалдың уйымда. Таныш йөҙөң, йылмайыуың һинең Күңелдәрҙә ҡалды уйылып. Хушлашыуҙан йөрәк әрней һаман, Күңел һыҡтай, булмай йыйылып. Оҙон юлда тағы киттем һиңә, Яңғыҙлыҡтан арынып күңелем. Йылдар-юлдар үткәс, тағы яҙҙар Осраштырҙы беҙҙе был йыры Таныш йөҙөң, йылмайыуың һинең Күңелдәрҙә ҡалды уйылып. Хушлашыуҙан йөрәк әрней һаман, Күңел һыҡтай, булмай йыйылып.
  • Дуҫым,тормошто аңларға һин бөтәнләй тырышма. Дуҫтарыңдың хаталарын ҡабатларға ашыҡма. Кистәр болотло булһа ла, иртәнсәк ҡояш тыуа. Көндөҙөң аяҙ булһа ла, төндәрен ямғыр яуа. Ҡустым, тормошто аңларға һин бөтәнләй тырышма. Нисек бар, шулай ҡабул ит, рәхмәтле бул, онотма. Һин минең ҡәҙерле кешем, гел йөрәгеңде тыңла. Аҡыллы бул һәм айыҡ бул, бәхетеңде юғалтма. Зәңгәр күк менән ҡара ер һәм кеше бер тамырҙан. Һулышың таҙа һәм иркен булырға тейеш, аңла. Ғүмерҙәр бер генә килә, һәр бер көнөңә һин шатлан. Нисек бар, шулай ҡабул ит, туҡтама, алға атла! Туҡтама, алға атла!