Туҡтамай оса ғына,тоттормай ҡаса ғына
Ҡанатлы шул ваҡыт елдәре.
Нисек дәү үтә ғүмер, үтә икән барыбер
Ҡайғылы һәм рәхәт төндәре.
А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын.
А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын.
Мәңге ҡайтмаҫ көндәрҙең, бына тигән ғүмерҙең
Ҡәҙерләрен һуңлап аңлайбыҙ.
Ҡайҙалыр ашығабыҙ, кемгәлер ашҡынабыҙ,
Иң кәрәген онотоп ташлайбыҙ.
А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын.
А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын.
Урын бар моңланырға, утырып уйланырға
Мәңгелек хаҡҡында бер минут.
Беҙ ергә ниғә килгән, ниҙәр бар беҙ белмәгән
Һорауҙарға яуап ҡына юҡ.
А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын,
А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын.