Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һинең янға»
исполнителя Руслан Нигматов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Дуҫым,тормошто аңларға һин бөтәнләй тырышма. Дуҫтарыңдың хаталарын ҡабатларға ашыҡма. Кистәр болотло булһа ла, иртәнсәк ҡояш тыуа. Көндөҙөң аяҙ булһа ла, төндәрен ямғыр яуа. Ҡустым, тормошто аңларға һин бөтәнләй тырышма. Нисек бар, шулай ҡабул ит, рәхмәтле бул, онотма. Һин минең ҡәҙерле кешем, гел йөрәгеңде тыңла. Аҡыллы бул һәм айыҡ бул, бәхетеңде юғалтма. Зәңгәр күк менән ҡара ер һәм кеше бер тамырҙан. Һулышың таҙа һәм иркен булырға тейеш, аңла. Ғүмерҙәр бер генә килә, һәр бер көнөңә һин шатлан. Нисек бар, шулай ҡабул ит, туҡтама, алға атла! Туҡтама, алға атла!
  • Ғүмер үтә... Ә һин иҫләйһеңме беҙҙең йәш саҡтарҙы? Осрашҡанды һинең менән йә икебеҙҙе? У-у-у, Ғәлиә... Иҫләйһеңме, ҡосаҡлашып ултырғанды тау башында? "Мин яратам һине" тинең һин шул мәлдә. У-у-у, Ғәлиә... Ғәлиә, Ғәлиә! Йәш саҡтарҙа һымаҡ һине ҡосоп үбәм. Ғәлиәм! Һәм тағында һиңә әйтәм "һине яратам". Ғәлиә... Ғүмер оса ҡоштар һымаҡ алыҫ яҡҡа. Беҙҙең бәхет йәшлек менән мәңге ҡала. У-у-у, Ғәлиә... Ғәлиә, Ғәлиә! Йәш саҡтарҙа һымаҡ һине ҡосоп үбәм. Ғәлиәм! Һәм тағында һиңә әйтәм "һине яратам".
  • Туҡтамай оса ғына,тоттормай ҡаса ғына Ҡанатлы шул ваҡыт елдәре. Нисек дәү үтә ғүмер, үтә икән барыбер Ҡайғылы һәм рәхәт төндәре. А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын. А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын. Мәңге ҡайтмаҫ көндәрҙең, бына тигән ғүмерҙең Ҡәҙерләрен һуңлап аңлайбыҙ. Ҡайҙалыр ашығабыҙ, кемгәлер ашҡынабыҙ, Иң кәрәген онотоп ташлайбыҙ. А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын. А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын. Урын бар моңланырға, утырып уйланырға Мәңгелек хаҡҡында бер минут. Беҙ ергә ниғә килгән, ниҙәр бар беҙ белмәгән Һорауҙарға яуап ҡына юҡ. А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын, А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын.