Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ямғыр»
исполнителя Руслан Нигматов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һибәләй ямғыр, иркәләй ямғыр,
Тамсыларҙы тотоп бейей,
Туҡталмай яуа, ер битен йыуа,
Ә елдәр ниҙер көйләй.
Тирә яҡ сафлы, тирә яҡ паҡлы.

Ямғырҙар яуһын, юлдарын күмһен,
Янған йөрәк бер аҙ баҫылһын.
Юйылһын барҙа юғалһын зарҙар,
Ямғырҙарҙа бәхет табылһын.

Мин юлда барам, рулемде борам
Ямғырҙың йырын тыңлап,
Куҙҙәрем юлда, күңелем моңда
Ҡылдарҙай ала сыңлап.
Аралар йыраҡ, барабыҙ урап.

Ямғырҙар яуһын, юлдарын күмһен,
Янған йөрәк бер аҙ баҫылһын,
Юйылһын барҙа юғалһын зарҙар
Ямғырҙарҙа бәхет табылһын.

Һибәләй ямғыр, иркәләй ямғыр,
Тамсыларҙы тотоп бейей,
Туҡталмай яуа, ер битен йыуа,
Ә елдәр ниҙер көйләй.

Другие песни исполнителя:

  • Ғүмер үтә... Ә һин иҫләйһеңме беҙҙең йәш саҡтарҙы? Осрашҡанды һинең менән йә икебеҙҙе? У-у-у, Ғәлиә... Иҫләйһеңме, ҡосаҡлашып ултырғанды тау башында? "Мин яратам һине" тинең һин шул мәлдә. У-у-у, Ғәлиә... Ғәлиә, Ғәлиә! Йәш саҡтарҙа һымаҡ һине ҡосоп үбәм. Ғәлиәм! Һәм тағында һиңә әйтәм "һине яратам". Ғәлиә... Ғүмер оса ҡоштар һымаҡ алыҫ яҡҡа. Беҙҙең бәхет йәшлек менән мәңге ҡала. У-у-у, Ғәлиә... Ғәлиә, Ғәлиә! Йәш саҡтарҙа һымаҡ һине ҡосоп үбәм. Ғәлиәм! Һәм тағында һиңә әйтәм "һине яратам".
  • Аҡ болоттар ағылалар ҙа, ағылалар, Ҡайҙа икән улар шулай ашығалар? Һинең яҡтан, һинең яҡтан Сәләм килтермәй улар. Аҡ болоттар ағылалар ҙа, ағылалар, Күңелемә минең килеп ҡағылалар. Мәңге һүнмәҫ, мәңге һүнмәҫ Хис барын белмәй улар. Болоттар булһам осоп, Һинең янға барыр инем. Һаман әле һөйәм тиһәң, Яныңда ҡалыр инем. Аҡ болоттар ағылалар ҙа, ағылалар, Һағыштары ғына килеп һарылалар. Уйлап, һине уйлап Ҡалдым уларға ҡарап. Аҡ болоттар ағылалар ҙа, ағылалар, Яратҡандар ғына шулай һағыналар. Көтәм тиһәң, киләм һиңә Бөтә Ер шарын урап. Болоттар булһам осоп, Һинең янға барыр инем. Һаман әле һөйәм, тимәк - Яңыңда ҡалыр инем. Аҡ болоттар ағылалар ҙа ағылалар, Ҡайҙа икән улар шулай ашығалар? Һинең яҡтан, һинең яҡтан Сәләм килтермәй улар...