Татарский переводчик Казахский переводчик Русские песни

Песня «Фәниә (Аҡйондоҙ төркөмө)»
исполнителя Азат Зиганшин.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

Бер йән инек, бергә көлгән инек,
Хәҙер инде бына беҙ - ике...
Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш,
Тик үткәндәр, бел һин, минеке!

Минеке - был уйҙар, ай-йондоҙҙар,
Минеке был моңһоу тоноҡ һыу,
Минеке - был таныш яҡты һағыш,
Минеке - был ярһыу, болоҡһоу...

Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә

Үкенмәйем һине осратҡанға,
Булмағандан яҡшы - булғаны,
Һин минеке булып тыумаһаң да,
Һин минеке иттең донъяны!

Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә!

Бер йән инек, бергә көлгән инек,
Хәҙер инде бына беҙ - ике...
Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш,
Тик үткәндәр, бел һин, минеке!

Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә

Другие песни исполнителя:

  • Яҙғы ҡояшҡа оҡшашһың, Утҡа тулышҡан тәнең. Кем генә татыр туймайса, Был һуттың бөтә тәмен? Үҙең дә түҙмәй көтәһең, Шул берәү һөйөклөндөрөр. Яҙһын һиңә, аңлар инең, Шул мәлдең бөйөклөгөн. Припев Һығылып түгел, һағынып Иҫләсе шул таңыңды. Һеҙҙе ҡотлап, моң ураһын Һеҙ гөрләшкән ҙур табынды. Ниндәй булыр көткән мәлең, Ул хис әллә ҡарғыш. Ҡорбан атҡан йыртҡыстай Ҡапламаһын һағыш. Яҙғы һуҡмаҡтан атлығып, Яҙмышыңа сабаһың. Әллә бәхет көтә һине, Әллә утҡа табан. Припев Һығылып түгел, һағынып Иҫләсе шул таңыңды. Һеҙҙе ҡотлап, моң ураһын Һеҙ гөрләшкән ҙур табынды.
  • Тағы бер йыл шаулап үтеп китте, Аҡ ҡар ғына ҡалды түшәлеп, Мин ниҙелер һинән өмөт иттем, Иҫеңә лә, ахыры, төшмәнем?.. Иҫке йылдың һуңғы ҡары яуа, Һуңғы ҡары, һуңғы сафлығы. Өмөттәрем, гүйә, шулай ауа, Килгән генә мәлдә саҡ нығып. Нишләргә һуң? Ярай. Хуш. Ғәфү ит. Бөгөн тиеп булмай кисәне. Ә шулай ҙа был кәсәне мин бит Һинең өсөн генә эсәмен. Иҫке йылдың һуңғы ҡары яуа, Һуңғы ҡары, һуңғы сафлығы. Өмөттәрем, гүйә, шулай ауа, Килгән генә мәлдә саҡ нығып. Тағы бер йыл шаулап үтеп китте, Аҡ ҡар ғына ҡалды түшәлеп, Мин ниҙелер һинән өмөт иттем, Иҫеңә лә, ахыры, төшмәнем?..
  • Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш, Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың. Яратыуҙан янып һөйгәнемде Шунда ғына аңлай башлайһың. Һин ташлаған бер үс дымлы тупраҡ Утлы сәскә булып атһа ла, Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең Һуғарырға уны аҡһа ла – Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу: Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас, Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең, Нәфрәтең дә етә – һуңлағас.