Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Инәкәйем (Аҡйондоҙ төркөмө)»
исполнителя Азат Зиганшин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм,
Ҡайғырма һис минең китгәнгә.
Ҡайғырһаң, тик ҡайғыр минең бары
Аҡ ҡайынды әсәм иткәндә.

Баш осомда минең ултыртһындар
Ҡайғыһы аҡ булғаны аҡ ҡайын.
Күҙ йәшеңде ҡоймай, минең менән
Бер көн килеп һөйләш, яҙ һайын.

Мин әйтермен, сабый япраҡ булып,
Бер генә һүҙ: "Инәй! - күҙ нурым".
Аҡ ҡайынды һыйпап тыңла бер йыр,
Аҡ ҡайында - минең күҙ нурым.

Другие песни исполнителя:

  • Тормошом юлында яңғыҙым ҡалғанда, Осор ҡанаттарым арманhыҙ талғанда, Тик hин мине күрҙең, хәлкәйемде hиҙҙең, Һин яныма килдең, hин миңә ҡул бирҙең! Таңдарҙың нурҙарын hиндә генә күрәм, Күңелем наҙҙарын hиңә генә бирәм, Һин бит – минең генә ярhып килгән яҙым, Һин бит – минең генә яҙмыш биргән наҙым! Ҡушымта: Һин – минең ҡояшым, hин – минең нурҙарым, Һин – минең hағышым, hин – йырлар йырҙарым! Яҙмышым томанын тараттың нур булып, Тормошом ялғанын тараттың, йыр булып. Киләсәк көндәрем hиндә генә күрәм, Киләсәк яҙмышым барын hиңә бирәм. Киләсәк ғүмерем – ярhып килгән яҙым, Һин hуңғы усағым, яҙмыш биргән наҙым. Ҡушымта: Һин – минең ҡояшым, hин – минең нурҙарым, Һин – минең hағышым, hин – йырлар йырҙарым! Яҙмышым томанын тараттың нур булып, Тормошом ялғанын тараттың, йыр булып.
  • Күҙҙәреңә баҡһам, мин тан ҡалам, Айҙай көләс, яҡты йөҙҙэрең, Ә мин һине гиҙеп асмандарҙы, Нисә йылдар, нисә йылдар, Нисә йылдар, нисә йылдар Зарығып эҙләнем. Припев: Айһылыуым - айым, затым, наҙым Үҙе моңһоу, үҙе тәкәббер Эй, тулған Ай, фатихаһыҙ итмә, итмә Ғүмерлеккә етер һөйөү бит. (2 раза)
  • Һинең ҡулда - минең күңел айым, Һин, күрәһең, ғашиҡ янымдыр (2 раза) Тау шишмәһе йөрәк моңоң тыңлай Ярһып аҡҡан ҡайнар ҡаныңды (2 раза) Ишетмәгән шишмә бындай моңдо Янып ҡалған тәрән һулышта (2 раза), Йә, Хоҙайым, нисә быуат ағып, Тәү тапҡыр мин тыңдыл һағышта (2 раза) Һинең йөрәк - минең күңел ҡылы, Ҡайһын сиртһәң, шуйдай моң сыға (2 раза) Моңдо тыңлап, йондоҙҙарым-айым Әйләндергән икән тамсыға (2 раза), Моңдо тыңлап, Моңдо тыңлап, йондоҙҙарым-айым Әйләндергән икән тамсыға.