Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Йәш ҡыҙға (Аҡйондоҙ төркөмө)»
исполнителя Азат Зиганшин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Яҙғы ҡояшҡа оҡшашһың,
Утҡа тулышҡан тәнең.
Кем генә татыр туймайса,
Был һуттың бөтә тәмен?
Үҙең дә түҙмәй көтәһең,
Шул берәү һөйөклөндөрөр.
Яҙһын һиңә, аңлар инең,
Шул мәлдең бөйөклөгөн.

Припев
Һығылып түгел, һағынып
Иҫләсе шул таңыңды.
Һеҙҙе ҡотлап, моң ураһын
Һеҙ гөрләшкән ҙур табынды.

Ниндәй булыр көткән мәлең,
Ул хис әллә ҡарғыш.
Ҡорбан атҡан йыртҡыстай
Ҡапламаһын һағыш.
Яҙғы һуҡмаҡтан атлығып,
Яҙмышыңа сабаһың.
Әллә бәхет көтә һине,
Әллә утҡа табан.

Припев
Һығылып түгел, һағынып
Иҫләсе шул таңыңды.
Һеҙҙе ҡотлап, моң ураһын
Һеҙ гөрләшкән ҙур табынды.

Другие песни исполнителя:

  • Бер йән инек, бергә көлгән инек, Хәҙер инде бына беҙ - ике... Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш, Тик үткәндәр, бел һин, минеке! Минеке - был уйҙар, ай-йондоҙҙар, Минеке был моңһоу тоноҡ һыу, Минеке - был таныш яҡты һағыш, Минеке - был ярһыу, болоҡһоу... Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә Үкенмәйем һине осратҡанға, Булмағандан яҡшы - булғаны, Һин минеке булып тыумаһаң да, Һин минеке иттең донъяны! Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә! Бер йән инек, бергә көлгән инек, Хәҙер инде бына беҙ - ике... Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш, Тик үткәндәр, бел һин, минеке! Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә
  • Һинең ҡулда - минең күңел айым, Һин, күрәһең, ғашиҡ янымдыр (2 раза) Тау шишмәһе йөрәк моңоң тыңлай Ярһып аҡҡан ҡайнар ҡаныңды (2 раза) Ишетмәгән шишмә бындай моңдо Янып ҡалған тәрән һулышта (2 раза), Йә, Хоҙайым, нисә быуат ағып, Тәү тапҡыр мин тыңдыл һағышта (2 раза) Һинең йөрәк - минең күңел ҡылы, Ҡайһын сиртһәң, шуйдай моң сыға (2 раза) Моңдо тыңлап, йондоҙҙарым-айым Әйләндергән икән тамсыға (2 раза), Моңдо тыңлап, Моңдо тыңлап, йондоҙҙарым-айым Әйләндергән икән тамсыға.