Татарский переводчик Казахский переводчик Русские песни

Песня «Ай ҡыҙы»
исполнителя Азат Зиганшин.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

Күҙҙәреңә баҡһам, мин тан ҡалам,
Айҙай көләс, яҡты йөҙҙэрең,
Ә мин һине гиҙеп асмандарҙы,
Нисә йылдар, нисә йылдар,
Нисә йылдар, нисә йылдар
Зарығып эҙләнем.

Припев:
Айһылыуым - айым, затым, наҙым
Үҙе моңһоу, үҙе тәкәббер
Эй, тулған Ай, фатихаһыҙ итмә, итмә
Ғүмерлеккә етер һөйөү бит. (2 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Мин, әсәһе, тағы ғашиҡ булдым, Беләм, мәңге ғәфү итмәҫһең. Әрләрһең дә, хатта ҡыҙып китеп, Бәлки, хатта өйгә кертмәҫһең. Мин, әсәһе, ғашиҡ булдым уның Нәҙек ҡаштарына, күҙенә, Буйы-һынына, атлап йөрөшөнә, Ғашиҡ булдым уның үҙенә. Мин, әсәһе, һиңә ҡара ҡайғы, Йәлләһәм дә юҡ, юҡ алдамам, алдамам, Йөрәгемде әрлә, күҙҙәремде, Матурлыҡҡа ғашиҡ мин һаман. Мин, әсәһе, түҙә алмам ахыры, Ишетмәйсә уның тауышын, Һарғайырмын көҙгө япраҡ төҫлө, Яҙмағанын беләм ҡауышыу. Мин, әсәһе, йәшлегеңде күрҙем, Ошо моңһоу, ихлас ҡарашта, Шат сағыңды, шат сағыңды күрҙем, Бәлки, уны шуға яратам. Мин, әсәһе, һиңә ҡара ҡайғы, Йәлләһәм дә юҡ, юҡ алдамам, алдамам, Йөрәгемде әрлә, күҙҙәремде, Матурлыҡҡа ғашиҡ мин һаман.
  • Тормошом юлында яңғыҙым ҡалғанда, Осор ҡанаттарым арманhыҙ талғанда, Тик hин мине күрҙең, хәлкәйемде hиҙҙең, Һин яныма килдең, hин миңә ҡул бирҙең! Таңдарҙың нурҙарын hиндә генә күрәм, Күңелем наҙҙарын hиңә генә бирәм, Һин бит – минең генә ярhып килгән яҙым, Һин бит – минең генә яҙмыш биргән наҙым! Ҡушымта: Һин – минең ҡояшым, hин – минең нурҙарым, Һин – минең hағышым, hин – йырлар йырҙарым! Яҙмышым томанын тараттың нур булып, Тормошом ялғанын тараттың, йыр булып. Киләсәк көндәрем hиндә генә күрәм, Киләсәк яҙмышым барын hиңә бирәм. Киләсәк ғүмерем – ярhып килгән яҙым, Һин hуңғы усағым, яҙмыш биргән наҙым. Ҡушымта: Һин – минең ҡояшым, hин – минең нурҙарым, Һин – минең hағышым, hин – йырлар йырҙарым! Яҙмышым томанын тараттың нур булып, Тормошом ялғанын тараттың, йыр булып.
  • Бер йән инек, бергә көлгән инек, Хәҙер инде бына беҙ - ике... Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш, Тик үткәндәр, бел һин, минеке! Минеке - был уйҙар, ай-йондоҙҙар, Минеке был моңһоу тоноҡ һыу, Минеке - был таныш яҡты һағыш, Минеке - был ярһыу, болоҡһоу... Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә Үкенмәйем һине осратҡанға, Булмағандан яҡшы - булғаны, Һин минеке булып тыумаһаң да, Һин минеке иттең донъяны! Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә! Бер йән инек, бергә көлгән инек, Хәҙер инде бына беҙ - ике... Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш, Тик үткәндәр, бел һин, минеке! Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә