Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Мин төшөмдә»
исполнителя Азат Зиганшин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,
Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың.
Яратыуҙан янып һөйгәнемде
Шунда ғына аңлай башлайһың.

Һин ташлаған бер үс дымлы тупраҡ
Утлы сәскә булып атһа ла,
Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең
Һуғарырға уны аҡһа ла –

Тик һуң инде, бик һуңланың,
һылыу: Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас,
Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең,
Нәфрәтең дә етә – һуңлағас.

Другие песни исполнителя:

  • Һинең ҡулда - минең күңел айым, Һин, күрәһең, ғашиҡ янымдыр (2 раза) Тау шишмәһе йөрәк моңоң тыңлай Ярһып аҡҡан ҡайнар ҡаныңды (2 раза) Ишетмәгән шишмә бындай моңдо Янып ҡалған тәрән һулышта (2 раза), Йә, Хоҙайым, нисә быуат ағып, Тәү тапҡыр мин тыңдыл һағышта (2 раза) Һинең йөрәк - минең күңел ҡылы, Ҡайһын сиртһәң, шуйдай моң сыға (2 раза) Моңдо тыңлап, йондоҙҙарым-айым Әйләндергән икән тамсыға (2 раза), Моңдо тыңлап, Моңдо тыңлап, йондоҙҙарым-айым Әйләндергән икән тамсыға.
  • Яҙғы ҡояшҡа оҡшашһың, Утҡа тулышҡан тәнең. Кем генә татыр туймайса, Был һуттың бөтә тәмен? Үҙең дә түҙмәй көтәһең, Шул берәү һөйөклөндөрөр. Яҙһын һиңә, аңлар инең, Шул мәлдең бөйөклөгөн. Припев Һығылып түгел, һағынып Иҫләсе шул таңыңды. Һеҙҙе ҡотлап, моң ураһын Һеҙ гөрләшкән ҙур табынды. Ниндәй булыр көткән мәлең, Ул хис әллә ҡарғыш. Ҡорбан атҡан йыртҡыстай Ҡапламаһын һағыш. Яҙғы һуҡмаҡтан атлығып, Яҙмышыңа сабаһың. Әллә бәхет көтә һине, Әллә утҡа табан. Припев Һығылып түгел, һағынып Иҫләсе шул таңыңды. Һеҙҙе ҡотлап, моң ураһын Һеҙ гөрләшкән ҙур табынды.
  • Тулған ай бер мәл тәҙрәңдән нур hибер сәстәреңә. Мин дә ай бит шул нурҙарҙан, керермен төштәреңә. Припев Яҙмышымда hин берҙән-бер өмөтөм, мөхәббәтем. Бәғрем, hинһеҙ йәшәй алмам, яныңда ла булалмам. Берҙән-бер мөхәббәтем. Һине күрер өсөн килдем ашҡынып яңдарыңа. Кире ҡайтhын тип күңелем йәшлегем таңдарына. Припев Яҙмышымда hин берҙән-бер өмөтөм, мөхәббәтем. Бәғрем, hинһеҙ йәшәй алмам, яныңда ла булалмам. Берҙән-бер мөхәббәтем. Ай нурҙары тәҙрәмдән иркәләр сәстәреңдән. Мин дә ай бит шул нурҙарҙан керермен төштәреңә.