Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Шаулай урман»
исполнителя Ирек Нугуманов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә.
Һағындыра бала сағым иҫкә төшкәндә.
Һағындыра ауылымдың соҡор-саҡыр урамдары,
Әллә шунда уйнап үҫкәнгә.
Һағындыра ауылымдың ҡырҙары һәм болондары,
Әллә шунда уйнап үҫкәнгә.


Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә.
Һағындыра туған яҡтар иҫкә төшкәндә.
Һағынам мин өләсәйҙең ямап биргән ыштандарын,
Әллә шуны кейеп үҫкәнгә.
Һағынам мин әсәйемдең бызырлатып ҡойған балын,
Әллә шуны урлап эскәнгә.

Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә.
Һағынам мин ауылымды иҫкә төшкәндә.
Һағынам мин атайымдың шартлап торған ҡайыштарын,
Әллә шуны тәтеп үҫкәнгә.
Һағынам мин олатайҙың "Яптваймать!" тип әрләгәнен,
Әллә шуны ишетеп үҫкәнгә.


Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә.
Һағындыра туған яғым иҫкә төшкәндә.
Һағындыра ауылымдың сылтрап аҡҡан шишмәләре,
Әллә шуны эсеп үҫкәнгә.
Һағынам мин ауылымдың соҡор-саҡыр урамдарын,
Әллә шунда уйнап үҫкәнгә.
Һағындыра ауылымдың һылыу матур ҡыҙҙары ла,
Әллә бергә күңел асҡанға.
Әллә шунда уйнап үҫкәнгә...
Әллә бергә күңел асҡанға...

Другие песни исполнителя:

  • Артта ҡалды, тәүге һөйөү Һинһеҙ йылдар үтәләр Әйтер һүҙҙә, минең күҙҙәр Һине һаман көтәләр Яҙҙар һайын, сәскә өҙҙөм Мине ғәфү итегеҙ Яҙҙар һайын, ҡайтһам ҡоштай Минән сәләм әйтегеҙ Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Шул яҙҙарҙа, ниңә өҙҙөң Тауҙа үҫкән гөлдәрҙе Ниңә инде, ниңә түҙҙем Һиңә әйтмәй һүҙҙәрҙе Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем
  • Бына тағы киттем йыраҡтарға тыуған яғым һинән айырылып тыуған яғым һинән айырылып һөйгәнемде һиндә ҡалдырып зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. бик һағындым һине тыуған яғым тал тирәкле иҙел буйларын йәйләр еткәс шаулап уйнай торған йәмле матур һабантуйларын зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. бер ҡайтаһы ине тыуган яҡҡа ялан аяҡ йөрөгән яҡтарға бер ҡайтаһы ине йәшлегемә тәуге мөхәббәтем янына. зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда.
  • Зәңгәр күлмәгеңде кейәһең дә, Зәңгәр күлгә көн дә киләһең. Күңелеңдә ниндәй уттар яна? Уйҙарыңды килә беләһем. (2 раза) Зәңгәр күлмәгеңде кейәһең дә, Йәшел болондарға киләһең. Болон сәскәләрен йыя-йыя, Кемде былай (шулай) өҙөлөп көтәҺең? (2 раза) Зәңгәр күлмәгеңдең ал зәңгәрен Елдәр алыр, елгә элмәгеҙ. Йәшләй һөйгән йәрҙәр ят ҡалыр Йәр һөйһәгеҙ, өҙөлөп һөймәгеҙ (2 раза)