Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Мангега»
исполнителя Бүреләр.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Em C Dadd9
Сағыу йондоҙ янында
Em C G D
Һәр төн һайын күренәһең.
Шәмдең ялҡын теленән
Сәләмеңде еткерәһең.

Припев:
Em / Esus2 C / Csus2 G D / Dsus2 Em / Esus2
Фәрештәләр яңылышҡандыр, бәлки, бер йыйында,
C / Csus2 G D / Dsus2 Em / Esus2
Ҡара көстәр ҡуйғандар тамға яуыз уйынға.
Тейеш инек ҡалырға был донъяла беҙ бергә,
Тик елдәр алып китте һине мәңгегә.

Йөрәктәге хәнйәрҙең
Үткерлеген белмәһәң дә,
Хәтер ҡайтыр яңынан,
Һине бер саҡ күрмәһәм дә.

Припев (там где с перегрузом, с барабанами и со всем остальным):
Em C G / D D / Bm Em
Фәрештәләр яңылышҡандыр бәлки бер йыйында,
C G / D D / Bm Em
Ҡара көстәр ҡуйғандар тамға яуыз уйынға.
Тейеш инек ҡалырға был донъяла беҙ бергә,
Тик елдәр алып китте һине мәңгегә.

Другие песни исполнителя:

  • Күңелем йырҙарын бүләк иттем болоттарға. Осорға тиеп ынтылдым, ышанып яҙыҡ ҡанаттарға. Бейек үрҙәр, текә ҡаялар, үтмәҫлек упҡын минең юлымда. Шулай ҙа алға барам мин, эләкһәм дә әжәл ҡулына. Һинең күҙҙәрең, әйткән һүҙҙәрең төш булып ҡала, әммә ләкин Һуң тугел, диңгеҙ төбөндә һүнгән утты яндырам мин… Яндырам мин. Эҙләйем туҡтамай тапалмаған һуҡмаҡтарҙы, Күктән төшкән ҡара болот ҡаплай беҙҙең араларҙы. Көн артынан көндәр үтә, илай болот, йәлләмәй йәштәрен. Түҙемлектең сиге бөткәс, билдәһеҙлек күрһәтә тештәрен.
  • Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк. Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай, Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк! Күпме быуат Урал буйында Йәшәгән минең халҡым. Һәр кемдең уйында Бәхетлелек ғүмер хаҡы. Әммә намыҫһыҙ бәндәләр ғүмер хаҡын белмәйҙәр, Халҡыма дарыу сәсәләр – башҡорттарым үләләр. Башҡорттарым, тороғоҙ, үлмәгеҙ, уянығыҙ! Башҡортостаным, тыныслан – без иҫән! Купме эсебеҙҙән аҡҡан хәмер, Тыуғандар зәғиф балалар. Кем урамда һорай хәйер? Ғәфү итегез, ата-бабалар. Салауатты иҫкә алалар, йәштәрҙә яңы аллалар, Ҡулдарына ҡылыс һорайҙар. Һеҙ беҙҙе ғәйепләмәгеҙ, атайҙар…