Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Бүреләр.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Бүреләр

  • Ҡулдарыңды йәйәһең, бикләнеп офоҡтарҙа Ҡарай алмай үткән юлдарыңды Йәшен булып осалар ярылған хаталарың Тәрән моңһоулоҡтоң ҡосағына Припев: Тирә-яҡ бушағанда, уйҙарың буталғанда Күңелең һинең ҡайҙарҙан нур алыр Тормошоң утрауында һин яңғыҙың ҡалғанда Бәхетең шишмәһе ҡайҙа ағылыр Күктән иҫкән елдәрҙең тейәме бер тамсыһы Йәнеңдең иреклек елкәненә Етәкләп ҡулдарыңдан баласағың еләме Сихри һәм билдәһеҙ киләсәгенә Припев: Тирә-яҡ бушағанда, уйҙарың буталғанда Күңелең һинең ҡайҙарҙан нур алыр Тормошоң утрауында һин яңғыҙың ҡалғанда Бәхетең шишмәһе ҡайҙа ағылыр
  • Син минем ягыма карамыйсың да, Син минем турыда уйламыйсың да. Карама, уйлама, эндәшмә, Әкълимә, — Барыбер син бит уемда! Йөрәгем җылынып китә, Елмаеп карасаң үземә. Карама, уйлама, эндәшмә, Әкълимә, Син генә минем уемда! Барыбер кар эрер, су булып китәр, Яз көне йөрәкнең кылларын чиртер. Мин көтәм сагынып, кил минем яныма, Гүзәлем минем, Әкълимә! Йөрәгем җылынып китә, Елмаеп карасаң үземә. Карама, уйлама, эндәшмә, Әкълимә, Син генә минем уемда!
  • Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк. Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай, Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк! Күпме быуат Урал буйында Йәшәгән минең халҡым. Һәр кемдең уйында Бәхетлелек ғүмер хаҡы. Әммә намыҫһыҙ бәндәләр ғүмер хаҡын белмәйҙәр, Халҡыма дарыу сәсәләр – башҡорттарым үләләр. Башҡорттарым, тороғоҙ, үлмәгеҙ, уянығыҙ! Башҡортостаным, тыныслан – без иҫән! Купме эсебеҙҙән аҡҡан хәмер, Тыуғандар зәғиф балалар. Кем урамда һорай хәйер? Ғәфү итегез, ата-бабалар. Салауатты иҫкә алалар, йәштәрҙә яңы аллалар, Ҡулдарына ҡылыс һорайҙар. Һеҙ беҙҙе ғәйепләмәгеҙ, атайҙар…
  • Ауыр уйҙар, ауыр йөктәр Һинең яуырыныңа таш булып ятҡанда, Килер улар көттөрмәйсә, Хатта бысыраҡ ҡайғыға батҡанда. Инер улар, һорамайса, Тертрәндергес серҙәреңдең араһына. Һинең өсөн, кәрәк булһа, Сығыр дошманыңдың ҡаршыһына. Ҡушымта: Терәк булып торғанда бер-беребеҙгә Ҡурҡыныс түгел бер ниндәй ҙә дауылдар. Бергәләшеп тормош юлдарын үтергә Был донъяла дуҫтарым минең бар. Тәүге хистәр, тәүге һөйөү Кисерештәрен белде тик улар ғына. Яҙмышыңдың ҡәләмдәрен Һалам тик уларҙың ҡулдарына.
  • Айырылһа ла беҙҙең юлдар, ҡар аҫтында ҡалмаҫ улар, Ҡаш һикертә беҙгә яҙмыш, ә күҙҙәре тулы һағыш. Юғалтырға мине һин ашыҡма, ышанысты тоғро һаҡла, Сәсрәтһәңдә тирә яҡҡа нәфрәтеңде, һин йәшермә хистәреңде. Припев: Башыңды юғалтып, һин йәнем шашынма, Бар ғәләмгә ҡул һелтәп сыҡ минең ҡаршыма. Ҡайғы хәсрәттәреңде ташла яр аҫтына, Бөтәһенә үс итеп көрәш йәшәү хаҡына. Китер булһаң да был донъянан, башлармын тип тормошто һин яңынан, Хәтирәләр яндырыр йөрәгеңде тешләр булһаң да һин терһәгеңде. Припев: Башыңды юғалтып, Һин йәнем шашынма, Бар ғәләмгә ҡул һелтәп сыҡ минең ҡаршыма Ҡайғы хәсрәттәреңде ташла яр аҫтына Бөтәһенә үс итеп көрәш йәшәү хаҡына.
  • Em C Dadd9 Сағыу йондоҙ янында Em C G D Һәр төн һайын күренәһең. Шәмдең ялҡын теленән Сәләмеңде еткерәһең. Припев: Em / Esus2 C / Csus2 G D / Dsus2 Em / Esus2 Фәрештәләр яңылышҡандыр, бәлки, бер йыйында, C / Csus2 G D / Dsus2 Em / Esus2 Ҡара көстәр ҡуйғандар тамға яуыз уйынға. Тейеш инек ҡалырға был донъяла беҙ бергә, Тик елдәр алып китте һине мәңгегә. Йөрәктәге хәнйәрҙең Үткерлеген белмәһәң дә, Хәтер ҡайтыр яңынан, Һине бер саҡ күрмәһәм дә. Припев (там где с перегрузом, с барабанами и со всем остальным): Em C G / D D / Bm Em Фәрештәләр яңылышҡандыр бәлки бер йыйында, C G / D D / Bm Em Ҡара көстәр ҡуйғандар тамға яуыз уйынға. Тейеш инек ҡалырға был донъяла беҙ бергә, Тик елдәр алып китте һине мәңгегә.
  • Йыһандағы йондоҙҙар бөгөнгө төндә Һағышлы төҫ алалар һинең күҙеңдә. Хыялдағы ожмахтарың тамуҡҡа әйләнде. Етәр инде, өҙгөләнмә, йәнем, хуш инде. Тәнемде минең телеп бөтһәң дә, Йәнем быуылыр, тиеп көтһәң дә, Йөрәгем минең үҙе хәл итер, Дөрөҫ юлдарҙы беҙгә күрһәтер. Дөрләп янған усаҡтарҙың ҡалды күмере. Инмәҫ инем шул янғынға, белһәм һүнерен. Ялған хистәр аҙаштырҙы беҙҙе даръяла, Тик ҡалды яҙыуҙарым бейек ҡаяла.
  • Күңелем йырҙарын бүләк иттем болоттарға. Осорға тиеп ынтылдым, ышанып яҙыҡ ҡанаттарға. Бейек үрҙәр, текә ҡаялар, үтмәҫлек упҡын минең юлымда. Шулай ҙа алға барам мин, эләкһәм дә әжәл ҡулына. Һинең күҙҙәрең, әйткән һүҙҙәрең төш булып ҡала, әммә ләкин Һуң тугел, диңгеҙ төбөндә һүнгән утты яндырам мин… Яндырам мин. Эҙләйем туҡтамай тапалмаған һуҡмаҡтарҙы, Күктән төшкән ҡара болот ҡаплай беҙҙең араларҙы. Көн артынан көндәр үтә, илай болот, йәлләмәй йәштәрен. Түҙемлектең сиге бөткәс, билдәһеҙлек күрһәтә тештәрен.