Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Хинен куззарен»
исполнителя Бүреләр.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Күңелем йырҙарын бүләк иттем болоттарға.
Осорға тиеп ынтылдым, ышанып яҙыҡ ҡанаттарға.
Бейек үрҙәр, текә ҡаялар, үтмәҫлек упҡын минең юлымда.
Шулай ҙа алға барам мин, эләкһәм дә әжәл ҡулына.

Һинең күҙҙәрең, әйткән һүҙҙәрең төш булып ҡала, әммә ләкин
Һуң тугел, диңгеҙ төбөндә һүнгән утты яндырам мин…
Яндырам мин.

Эҙләйем туҡтамай тапалмаған һуҡмаҡтарҙы,
Күктән төшкән ҡара болот ҡаплай беҙҙең араларҙы.
Көн артынан көндәр үтә, илай болот, йәлләмәй йәштәрен.
Түҙемлектең сиге бөткәс, билдәһеҙлек күрһәтә тештәрен.

Другие песни исполнителя:

  • Ҡулдарыңды йәйәһең, бикләнеп офоҡтарҙа Ҡарай алмай үткән юлдарыңды Йәшен булып осалар ярылған хаталарың Тәрән моңһоулоҡтоң ҡосағына Припев: Тирә-яҡ бушағанда, уйҙарың буталғанда Күңелең һинең ҡайҙарҙан нур алыр Тормошоң утрауында һин яңғыҙың ҡалғанда Бәхетең шишмәһе ҡайҙа ағылыр Күктән иҫкән елдәрҙең тейәме бер тамсыһы Йәнеңдең иреклек елкәненә Етәкләп ҡулдарыңдан баласағың еләме Сихри һәм билдәһеҙ киләсәгенә Припев: Тирә-яҡ бушағанда, уйҙарың буталғанда Күңелең һинең ҡайҙарҙан нур алыр Тормошоң утрауында һин яңғыҙың ҡалғанда Бәхетең шишмәһе ҡайҙа ағылыр
  • Айырылһа ла беҙҙең юлдар, ҡар аҫтында ҡалмаҫ улар, Ҡаш һикертә беҙгә яҙмыш, ә күҙҙәре тулы һағыш. Юғалтырға мине һин ашыҡма, ышанысты тоғро һаҡла, Сәсрәтһәңдә тирә яҡҡа нәфрәтеңде, һин йәшермә хистәреңде. Припев: Башыңды юғалтып, һин йәнем шашынма, Бар ғәләмгә ҡул һелтәп сыҡ минең ҡаршыма. Ҡайғы хәсрәттәреңде ташла яр аҫтына, Бөтәһенә үс итеп көрәш йәшәү хаҡына. Китер булһаң да был донъянан, башлармын тип тормошто һин яңынан, Хәтирәләр яндырыр йөрәгеңде тешләр булһаң да һин терһәгеңде. Припев: Башыңды юғалтып, Һин йәнем шашынма, Бар ғәләмгә ҡул һелтәп сыҡ минең ҡаршыма Ҡайғы хәсрәттәреңде ташла яр аҫтына Бөтәһенә үс итеп көрәш йәшәү хаҡына.
  • Ауыр уйҙар, ауыр йөктәр Һинең яуырыныңа таш булып ятҡанда, Килер улар көттөрмәйсә, Хатта бысыраҡ ҡайғыға батҡанда. Инер улар, һорамайса, Тертрәндергес серҙәреңдең араһына. Һинең өсөн, кәрәк булһа, Сығыр дошманыңдың ҡаршыһына. Ҡушымта: Терәк булып торғанда бер-беребеҙгә Ҡурҡыныс түгел бер ниндәй ҙә дауылдар. Бергәләшеп тормош юлдарын үтергә Был донъяла дуҫтарым минең бар. Тәүге хистәр, тәүге һөйөү Кисерештәрен белде тик улар ғына. Яҙмышыңдың ҡәләмдәрен Һалам тик уларҙың ҡулдарына.