Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тирә-яҡ бушағанда»
исполнителя Бүреләр.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡулдарыңды йәйәһең, бикләнеп офоҡтарҙа
Ҡарай алмай үткән юлдарыңды
Йәшен булып осалар ярылған хаталарың
Тәрән моңһоулоҡтоң ҡосағына

Припев:
Тирә-яҡ бушағанда, уйҙарың буталғанда
Күңелең һинең ҡайҙарҙан нур алыр
Тормошоң утрауында һин яңғыҙың ҡалғанда
Бәхетең шишмәһе ҡайҙа ағылыр

Күктән иҫкән елдәрҙең тейәме бер тамсыһы
Йәнеңдең иреклек елкәненә
Етәкләп ҡулдарыңдан баласағың еләме
Сихри һәм билдәһеҙ киләсәгенә

Припев:
Тирә-яҡ бушағанда, уйҙарың буталғанда
Күңелең һинең ҡайҙарҙан нур алыр
Тормошоң утрауында һин яңғыҙың ҡалғанда
Бәхетең шишмәһе ҡайҙа ағылыр

Другие песни исполнителя:

  • Йыһандағы йондоҙҙар бөгөнгө төндә Һағышлы төҫ алалар һинең күҙеңдә. Хыялдағы ожмахтарың тамуҡҡа әйләнде. Етәр инде, өҙгөләнмә, йәнем, хуш инде. Тәнемде минең телеп бөтһәң дә, Йәнем быуылыр, тиеп көтһәң дә, Йөрәгем минең үҙе хәл итер, Дөрөҫ юлдарҙы беҙгә күрһәтер. Дөрләп янған усаҡтарҙың ҡалды күмере. Инмәҫ инем шул янғынға, белһәм һүнерен. Ялған хистәр аҙаштырҙы беҙҙе даръяла, Тик ҡалды яҙыуҙарым бейек ҡаяла.
  • Айырылһа ла беҙҙең юлдар, ҡар аҫтында ҡалмаҫ улар, Ҡаш һикертә беҙгә яҙмыш, ә күҙҙәре тулы һағыш. Юғалтырға мине һин ашыҡма, ышанысты тоғро һаҡла, Сәсрәтһәңдә тирә яҡҡа нәфрәтеңде, һин йәшермә хистәреңде. Припев: Башыңды юғалтып, һин йәнем шашынма, Бар ғәләмгә ҡул һелтәп сыҡ минең ҡаршыма. Ҡайғы хәсрәттәреңде ташла яр аҫтына, Бөтәһенә үс итеп көрәш йәшәү хаҡына. Китер булһаң да был донъянан, башлармын тип тормошто һин яңынан, Хәтирәләр яндырыр йөрәгеңде тешләр булһаң да һин терһәгеңде. Припев: Башыңды юғалтып, Һин йәнем шашынма, Бар ғәләмгә ҡул һелтәп сыҡ минең ҡаршыма Ҡайғы хәсрәттәреңде ташла яр аҫтына Бөтәһенә үс итеп көрәш йәшәү хаҡына.