Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һау бул әсәйем(Elvin Grey һәм Скани)»
исполнителя Ябай Малай.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡоштар ҡайта, ә беҙҙең егеттәр
Таңға тиклем гармундарҙа уйнай.

Һәр береһе ҡыҙын ҡосаҡлаған,
Күңелдәре илай-илай йырлай.

Тағын ҡоштар ҡайта, тағын ҡоштар китә,
Кемдер был ваҡытта йыраҡта хеҙмәт итә.
Тыуған яҡҡа хаттар яҙып көндәр үтә,
Ҡош телендәй сәләм әсәй улынан көтә.

Тағын ҡоштар ҡайта, тағын ҡоштар китә,
Кемдер был ваҡытта йыраҡта хеҙмәт итә.
Тыуған яҡҡа хаттар яҙып көндәр үтә,
Ҡош телендәй сәләм әсәй улынан көтә.

Припев: (2 раза)
Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән,
Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән?
Ҡайта алмаһам, берүк ғәфү ит,
Минең бында ғәйебем юҡ бит.

2. Көтә һине әсәйең, көтә яратҡан ҡыҙың,
Ҡайтырмын әле тиеп гармундар тартып уҙҙың.
Бигрәк ҡыйын булһа ла, дуҫҡай, түҙергә кәрәк,
Ә бына шундай йырҙар беҙгә йырларға иртәрәк.

Припев: (3 раза)
Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән,
Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән?
Ҡайта алмаһам, берүк ғәфү ит,
Минең бында ғәйебем юҡ бит

Другие песни исполнителя:

  • Ата-бабалар төйәге - ожмах өлөшө Хазинаһы Уралтауы - алтын көмөшө. Халҡым рухы һаҡлай уны быуаттар аша Башҡортостаным, Башҡортостаным. Ерен һаҡлаған батырҙар, телен һаҡлаған, Телгеләргә һис бирмәгән, ғорур атлаған. Тарында күпме яу бар, данлы көрәше Башҡортостаным, Башҡортостаным. Алға, Башҡортостан, Башҡортостан, Атла, Башҡортостан, Башҡортостан, Йәшә, Башҡортостан, Башҡортостан, Байлығым минең, тыуған төйәгем. Тәбиғәтте яратыуым һеңгән ҡаныма Далалғы ҡурай моңо йәнемә дауа Ерең ҡото юғалмаһын, йәнеңдәй һаҡла Башҡортостаным, Башҡортостаным. Үҙ ереңдең һауаһы ла һулап туймаҫлыҡ, Яҡты киләсәй хаҡына йәшәһен дуҫлыҡ. Һиңә һыуынам мәңге, ғүзиз еркәйем. Башҡортостаным, Башҡортостаным. Алға, Башҡортостан, Башҡортостан, Атла, Башҡортостан, Башҡортостан, Йәшә, Башҡортостан, Башҡортостан, Байлығым минең, тыуған төйәгем.
  • Шәмдәлдәрҙә генә уттар яна... Шәмдәлдәрҙә күптән уттар һүнде, Ә күңелем һине һағына. Ситлектәге ҡош балаһы кеүек Яңғыҙ йөрәк ниңә ҡағына? Шәмдәремдә уттар ҡабыҙырлыҡ Осҡондарҙы нисек табырға? Һинһеҙ донъя миңә кәрәк түгел - Ниңә яңғыҙ ҡанат ҡағырға? Шәмдәремдә уттар һинһеҙ һүнде, Тик мин янам утһыҙ -төнһөҙ. Минең бәхет һинең янда йөрөй, Һин дә, бәлки, минһеҙ бәхетһеҙ?
  • Ике өйөмә бер солан Шул соландан мин сығам, Сығамында ҡарап торам Үҙем дә хайран ҡалам. Ике өйөмә ун ике тәҙрә Бишеһе ишек алдында Шул тәҙрәнән ҡарап торам, Бар доньям күҙ алдымда Ишек алдым тар ғына Тар булһала бар ғына Доньям теүәл Бай булһамда, Тормошом Ябай ғына.
  • Артта ҡалды, тәүге һөйөү Һинһеҙ йылдар үтәләр Әйтер һүҙҙә, минең күҙҙәр Һине һаман көтәләр Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Яҙҙар һайын, сәскә өҙҙөм Мине ғәфү итегеҙ Яҙҙар һайын, ҡайтһам ҡоштай Минән сәләм әйтегеҙ Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Мин ҡайтырмын тигәйнем
  • 1.Мөхәббәтең менән ураның һин, Тормошома керттең яңылыҡ. Көслө минең һиңә булған хистәр, Һөйөү китаптары яҙарлыҡ. Припев: Наҙҙарыңа күмелә йәндәрем, Йылмайып та миңә ҡараһаң. Ҡабатлап-ҡабатлап әйтәм һиңә: Яратам,яратам,яратам.... 2.Йәмле иттең иртә-кистәремде, Сәскә атты һөйөү гөлдәрем. Исемең ҡабатлап күңелемдән, Һине уйлап йөргән көндәрем. Припев: Наҙҙарыңа күмелә йәндәрем, Йылмайып та миңә ҡараһаң. Ҡабатлап-ҡабатлап әйтәм һиңә: Яратам,яратам,яратам.... 3.Һинең өсөн мин әҙер барһына, Һин шикләнмә,ышан үҙемә. Ысын күңелдән,сын йөрәктән әйткән, Яратамын тигән һүҙемә. Припев: Наҙҙарыңа күмелә йәндәрем, Йылмайып та миңә ҡараһаң. Ҡабатлап-ҡабатлап әйтәм һиңә: Яратам,яратам,яратам....