Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Телефондар»
исполнителя Рәсүл Ҡарабулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Телефондар шалтырайҙар һине көтәләр
Һинең бөтөн уйҙарыңды миңә илтәләр.

Әйтсе иркәм, әйтсе миңә һөйәһеңме һин?
Һинең зәңгәр күҙҙәреңә ғашиҡ булдым мин.

Телефондар шалтырайҙар, ә һин һаман юҡ
Көндәр үтә, айҙар үтә, күңелеңдә мин юҡ.

Телефондар, телефондар һаман шалтырай,
Йөрәк яна, һин һаман юҡ, күңел һис тынмай
Әкрәм Дауытов көйө һәм һүҙҙәре.

Другие песни исполнителя:

  • Муйыл күпереп сәскә атһынмы? Ерҙе ҡаплап тәүге ҡар ятһынмы? Хыял илтә бала саҡтарыма Йәшлегемә тыуған яҡтарыма Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Ҡырпаҡ ҡарҙа яңы эҙ ҡалдырып, Көндәр буйы аяҡты талдырып Барлыҡ хәсрәтләҙе онотһамдай Ҡанатланам яңы йыр отҡанда Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Тәүге ҡар шау сәскә ап аҡ миҙгел, Яралы күңелде дауалай гөл Аҡтан аҡ паҡ тан паҡ хыял төҫе Аҡ миҙгелһеҙ йәшәй алмам төҫле Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр
  • Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә, Йугереп уйнай тулҡындар Дим өҫтөндә. Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр. Аҡсарлаҡҡа оҡшап яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр. Көр тауышым яңғрата матур йырҙар, Танға ҡалып тыңлай, ай, тын туғайҙар. Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар Сайҡалғанда кәмәләр. Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар Сайҡалғанда кәмәләр. Елдәр иҫте, hыу өҫтөн hырландырып, Иркәм сәсен тулҡындай тирбәлдереп. Һоҡландылар, ахры, беҙҙе ҡуреп, Сайҡалдылар кәмәләр. Һоҡландылар, ахры, беҙҙе ҡуреп, Сайҡалдылар кәмәләр. Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә, Йугереп уйнай тулҡындар Дим өҫтөндә. Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр. Аҡсарлаҡҡа оҡшап яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр.