Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ғүмер ике килмәй»
исполнителя Ирек Нугуманов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

ҒҮМЕР БЕР ГЕНӘ.
Флүра Талипова көйө,
Рәзилә Сәлимйәнова һүҙҙәре.
ТЕКСТ.
1.
Тормоштан беҙ күпте,бик күпте көтәбеҙ.
Ваҡыттыр күптәнән,ултырып уйларға.
Был ғүмер тиҙ үтә,йомғаҡ ул тәгәрәй
Эшлә һин,йәшә һин күңелең ҡушҡанса!

ҠУШЫМТА:
Ғүмерҙәр бит беҙгә ике бирелмәгән.
Ниңә һуң әле беҙ,ҡәҙерен белмәйбеҙ?
Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар!
Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар!
2.
Һындыра алмаҫтар дауылдар, һағыштар,
Бәхетле булырға һәр кемдең хаҡы бар!
Ышаныс йәшәһен һәр ваҡыт күңелдә!
Рәхмәтле була күр,һәр бер тыуған көнгә.

ҠУШЫМТА:
Ғүмерҙәр бит беҙгә ике бирелмәгән.
Ниңә һуң әле беҙ,ҡәҙерен белмәйбеҙ?
Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар!
Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар!
3.
Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар!
Ярат һин тормошто йәнең-тәнең менән
Бар йыһанды ҡосаҡлап йәшәргә һин өйрән
Бөгөнгө көн инде ҡабатланмаҫ башҡа.
Ғүмерҙәр тиҙ уҙа, тик уҙмаһын бушҡа!

ҠУШЫМТА:
Ғүмерҙәр бит беҙгә ике бирелмәгән.
Ниңә һуң әле беҙ,ҡәҙерен белмәйбеҙ?
Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар!
Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар!
Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар!
Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар.

Другие песни исполнителя:

  • Ҡайтамын тип, хаттар яҙыуыма, Көндәр түгел айҙар уттеләр. Әммә юлдар, һиңә илтмәйсә, Йыраҡтарға алып киттеләр. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт. Һине көттөрөп тә ҡайталмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит. Көтәһеңдер хат ташыусы килһә, Ҡош телендәй hәбәр барҙыр тип. Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер: Иртәгә, бәлки, булыр тип. Ҡушымта. Көтәһеңдер мине, ҡайтыр тиеп, Теҙелешеп ҡоштар ҡайтҡанда. Улым тип, һин ишек асаһыңдыр, Көҙгө елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда. Ҡушымта. Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға, Утыңды һүндермәйсә, мине көт, Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфу ит.
  • Йөрәктәр ҡушылды Ә юлдар айрылды Уртаға ярылды Тормоштар Яртышар,яртышар Ҡалдыҡ беҙ нишләргә Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар. Һөйгәнем яттарҙа Моңһоу таң атҡанда Өҙөлә йәндәрем өҙөлә Хәсрәтем юғала Шатлығым юл ала Бер генә ҡараһам йөҙөңә. Дөм ҡара төндәрҙә Йондоҙҙар һүнгәндә Йөрәкте саҡмалай саҡырмын Менермен үрҙәргә Төшөрмөн гүрҙәргә Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.