Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яҙмыштан уҙмыштар»
исполнителя Ирек Нугуманов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йөрәктәр ҡушылды
Ә юлдар айрылды
Уртаға ярылды
Тормоштар
Яртышар,яртышар
Ҡалдыҡ беҙ нишләргә
Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар.

Һөйгәнем яттарҙа
Моңһоу таң атҡанда
Өҙөлә йәндәрем өҙөлә
Хәсрәтем юғала
Шатлығым юл ала
Бер генә ҡараһам йөҙөңә.

Дөм ҡара төндәрҙә
Йондоҙҙар һүнгәндә
Йөрәкте саҡмалай саҡырмын
Менермен үрҙәргә
Төшөрмөн гүрҙәргә
Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.

Другие песни исполнителя:

  • Бына тағы киттем йыраҡтарға тыуған яғым һинән айырылып тыуған яғым һинән айырылып һөйгәнемде һиндә ҡалдырып зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. бик һағындым һине тыуған яғым тал тирәкле иҙел буйларын йәйләр еткәс шаулап уйнай торған йәмле матур һабантуйларын зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. бер ҡайтаһы ине тыуган яҡҡа ялан аяҡ йөрөгән яҡтарға бер ҡайтаһы ине йәшлегемә тәуге мөхәббәтем янына. зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда.
  • Аҡты ярһып, аҡты ташып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары. Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр… Ҡушымта: Һин – ғүмер ағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым; Һин - ғүмер ағыштарым. Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға, Айҙар, йылдар аҡҡан һыуҙар кеүек аға, Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да, Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. Ҡушымта: Һин – ғүмер ағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым; Һин - ғүмер ағыштарым. Бына инде ҡырҙар гөрләп сәскә ата, Йәйге нурҙар уйнай гөлдәр араһында, Аға һыуҙар, айҙар аға, йылдар аға, Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында. Ҡушымта: Һин – ғүмер ағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым; Һин - ғүмер ағыштарым.