Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡышҡы романс»
исполнителя Ирек Нугуманов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Аҡты ярһып, аҡты ташып ҡар һыуҙары,
Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары.
Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр,
Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр…

Ҡушымта:
Һин – ғүмер ағыштарым,
Һин – минең һағыштарым,
Һин – минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу, табыштарым;
Һин - ғүмер ағыштарым.

Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға,
Айҙар, йылдар аҡҡан һыуҙар кеүек аға,
Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да,
Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.

Ҡушымта:
Һин – ғүмер ағыштарым,
Һин – минең һағыштарым,
Һин – минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу, табыштарым;
Һин - ғүмер ағыштарым.

Бына инде ҡырҙар гөрләп сәскә ата,
Йәйге нурҙар уйнай гөлдәр араһында,
Аға һыуҙар, айҙар аға, йылдар аға,
Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.

Ҡушымта:
Һин – ғүмер ағыштарым,
Һин – минең һағыштарым,
Һин – минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу, табыштарым;
Һин - ғүмер ағыштарым.

Другие песни исполнителя:

  • Тыуған ауылым минең, Ҡуйыныңда һинең Гөрләп үтте үҫмер йылдарым. Ҡырҙарың хуш еҫле, Һәр саҡ яҙҙар төҫлө, Шунда тыуҙы тәүге йырҙарым. Ҡырҙарың хуш еҫле, Һәр саҡ яҙҙар төҫлө, Шунда тыуҙы тәүге йырҙарым. Инеш буйың йәмле, Һыуҙарың да тәмле, Елдәрең дә наҙлы, яғымлы. Айлы кистәрең дә Һаман иҫтәремдә, - Яратам мин тыуған ауылымды. Яландарың иркен, Ауылымдың күрке - Һыҙылып атҡан алһыу таңдарың. Һаман һиндә күңел, Оноторлоҡ түгел Һайрар ҡоштарыңдың моңдарын. Һаман һиндә күңел, Оноторлоҡ түгел Һайрар ҡоштарыңдың моңдарын. | 3x
  • Бөтөнләйгә инде йыраҡтарға Пар аҡҡоштар киткән был күлдән Мин дә китәм инде шул яҡтарға ҡарап Тик үкенмәм микән? Үкенмәм... Мин дә китәм, иркәм, шул яҡтарға Кәмәләрҙә яңғыҙ йөҙәргә Талмаҫ микән ҡулым, арымаҫ микән ҡулым Ишкәктәрҙе яңғыҙ ишкәнгә Ул да минен кеүек hарғаймаһын Гүзәл ҡошом минең аҡҡошом Унан башҡа бәхетем, ярты ғына минен Нисек итеп уны онотаһың
  • Аҡ ҡайындар араһына, аҡ ҡайындар янына, Кереп киттен һин йүгереп, эй ҡағына,ҡағына Һылыу ғына аҡ күлмәген, һин аҡлыҡҡа күмелдең Күҙҙәремә һин үзең дә ҡайын булып күрендең припев: Ҡайһы ҡайында, ҡайһы һин, айыралмай тик торам, Яңғыҙ ҡайынды тотҡанмын, мин аны һин тип торам (2 раза) Ҡайындар менән шаян оҙаҡлап уйнанығыҙ Ахырыһы мине бөтөнләй күрмәй тип уйланығыз. Һылыу һының, аҡ күлмәгең, тик аҡлыҡҡа күмелдең, Күҙҙәремә һин үҙең дә ҡайын булып күрендең припев: Ҡайһы ҡайында, ҡайһы һин, айыралмай тик торам, Яңғыҙ ҡайынды тотҡанмын, мин аны һин тип торам (2 раза)