Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Йаш»
исполнителя Рустам Гиззатуллин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Кисә генә ҡурсаҡ уйнап йөрөй инең,
Бөгөн дуҫың оҙата килгән.
Ай менән йондоҙҙар ғына hаҡлай hине,
Сөнки уттар күптән hүнгән.

Йәш йөрәктәр өсөн төндәр бигерәк ҡыҫҡа,
Ике сәғәт үткән дә киткән.
Тәҡдим итә һиңә кейәүгә сығырға ҡышта.
Иртәрәк түгелме икән?


Припев:
Йәш, йәш hин әле йәш,
Башта атай-әсәйҙәрең менән hөйләш.
Улар рөхсәт иткән генә хәлдә,
Булырhың hин берәйhенә бик шәп кәләш.(2 раза)


Ҡабаланып күп кешеләр хата яhай,
Яңғыҙлыҡты hайлап алмайҙар.
Ғүмер юлын ике тапҡыр үтеп булмай,
Күптәр быны аңлайҙар.


Припев:
Йәш, йәш hин әле йәш,
Башта атай-әсәйҙәрең менән hөйләш.
Улар рөхсәт иткән генә хәлдә,
Булырhың hин берәйhенә бик шәп кәләш.(2 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Ҡайғыңды уртаҡлашырға Килдем әле, ҡәҙерлем. Донъя булғас, төрлө хәл бар, Яңғыҙың ҡалдың бөгөн. Мәңгелеккә ташлап китте, Һөйгәнең берҙән-берең, Ҡысҡырып уянма төнөн. Припев: Ул бит үҙе теләп китмәне, Һинән башҡаны ла hөймәне. Тәҙрәңә яуған ҡарлы ямғыр Аңламай шул hинең көткәнде. (2 раза). Хәҙер бөтә ауырлыҡты Үзеңә күтәрергә. Артабан йәшәргә кәрәк, Ярамай hүрелергә. Ышанаhың, саҡыраhың Ул ҡайтып керер hымаҡ, Көтмә инде - ара йыраҡ. Припев: Ул бит үҙе теләп китмәне, Һинән башҡаны ла hөймәне. Тәҙерәңә яуған ҡарлы ямғыр, Аңламай шул hинең көткәнде. (2 раза)
  • Үҙеңдең яҙмышыңдан ҡасып ҡотола алмаҫһың, Ана күпме тырыштылар, ҡара, hынмаhын ҡанатың. Шуның өсөн ғүмереңдең гел ҡәҙерен белеп йәшә, Күктәге дуҫтарың hинең өсөн урын белешә. Нисә йылдар аҡыл hатып алға ынтылма тинеләр, Тыңла оло кеше hүҙен, булма hин hәр ваҡыт йүләр. Хәтәр эштәр әйләндереп кемде бөгөн шаҡ ҡатырҙың, Кисә төнөн ташлап китте hине буласаҡ ҡатының. Ә бөгөнгө көндә hиңә бөтә донъя ҡара-ҡаршы, Үлер алдынан бар ғонаhтарыңды йыуырға ашыҡ. Аңламаған бәндәләргә аңлатырға ла тырышма, Әйҙә шулай йәшәhендәр, тар уйҙарыңа hыйышмай. Әгәр дөрөҫ итеп йәшәп, көн күрергә ҡулыңдан килеп, Теләгән әйбереңде теләгән кешеңә биреп, Ғүмер буйы рәхмәт hүҙен ишетеп йәшәгең килhә, Ашыҡма, ашыҡма! Припев: Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма! Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма! Кемгә икәнен дә белмәй уҡынаhың-суҡынаhың, Төпhөҙ күктең көмбәҙенән нимә көтөп ултыраhың. Кәрәк булhа, ҡара ҡоштар төшөп хәбәр еткерерҙәр, Ә беҙ шуға ышанабыҙ, ха-ха, иҫәрҙәр. Мөхәббәтhеҙ ҡалдырҙылар, ә мин кире эҙләп таптым, Һорамайса алға баҫһам, уйымдан хурлыҡҡа баттым. Сабыр итhәм берәй заман шундай көндәр килеп етер, Минең йәнем урамында өс-дүрт кеше байрам итер. Припев: Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма! Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
  • Осраттым мин hине, Тормошом юлымда. Ә hинең язмышың, Башҡалар ҡулында. Ҡушымта: Ишетhен бар донъя, Донъяны яңратам. Яратам мин hине, Яратам, яратам. (2 тапҡыр) Булыр тип ҡурҡаhың, Ғәйбәтме, бәләме. Һөйөүҙе кешенэн, Йәшереп буламы. Ҡушымта: Ишетhен бар донъя, Донъяны яңратам. Яратам мин hине, Яратам, яратам. (2 тапҡыр) Тойолған hөйөүгэ Ни генэ янамай Яратам тейhең hин Ярамай, ярамай. Ҡушымта: Ишетhен бар донъяу Донъяны яңратам, Яратам мин hине, Яратам, яратам. (2 тапҡыр) Яратам, яратам...
  • Ситлеккә бикләп ҡуйып, hиңә йырларға ҡуштылар, Онот инде дуҫтарыңды, ике ҡанатлы. Һәр бер hинең уйҙарыңа хәҙер ҙур хужалар бар. Ҡаршы hүҙ өндәшеп ҡуйма, улар гел хаҡлы хоҡуҡ. Байрам итә таныштарың, ирекле булыу рәхәт. Ҡанаттарың ҡайырылhа, hине иҫкә алып, Йырҙарыңды йырлашалар, исмаhам, шуға рәхмәт, Тапамағас эштәреңде ҡара ергә hалып. Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр). Нисә йылдар hине әрләп, артҡы рәткә теҙҙеләр, Уйлаған уйҙарыңды ҡурҡып әйтә алманың. «Ерҙе туңәрәк» тигәс эстәрен тотоп көлдөләр, Шулай итеп бөгөнгө көндә бер үҙең ҡалдың. Елдәр иҫә төнъяҡтарҙан, күңелемде әрнетеп, Ләкин минең йөрәгемә үтеп инә алмай. Ирешеп булмай дөрөҫлөккә кешеләрҙе кәмhетеп, Уткәндәрҙе бер ҡасан кире ҡайтарып булмай. Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән.(2 тапҡыр). Әннә-гиҙер-генәйем! Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр). Әннә-гиҙер-генәйем! Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр).

Рустам Гиззатуллин

Самое смешное, что в школе я как-то прочитал «Первый снег» в классе, выдал за есенинское. Никто, в том числе и учительница, подвоха не заметили!
В категории: Pop