Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ғәлиә һәм Заһир йыры»
исполнителя Зилия Бахтиева.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Заһир:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Осрашҡандар көндәр төн менән.
Был донъяны белгәнемдән алып,
Һинең барлығыңды мин беләм.

Һин ҡайда, мин шунда, Ғәлийәм,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мәхәббәт алдында баш эйәм,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлийәм.

Ғәлийә:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Йөрәгемә ҡунды ялҡыны.
Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ
Һөйөү булғандыр ул, ахыры.

Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым,
ЙЫрактан эҙләгән яҡыным.
Йөрәктә ҡабынған ялҡыным,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым.

Заһир:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Ғүмерҙәре янып юғала.

Ғәлийә
Ә мәхәббәт ғүмерләрҙән оҙон,
Мәңге яна, мәңге йырлана.

Заһир, Ғәлийә бергә:
һин ҡайда, мин шунда, Ғәлийәм, /Заһирым/,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мәхәббәт алдында баш эйәм,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлийәм, /Заһирым/.

Другие песни исполнителя:

  • Урманда ғына юлдар үтә түтә, Яуға китә башҡорт ирҙәре. Кем? Һай! Нуғайбәк, һай! лим зиләр, Нуғайбәк. Нуғайбәк, һай! лим зиләр һәй Ләйлүк. 2. Яуыз дошмандарға ҡаршы бара, Һоҡлар өсөн тыуған илдәрен. Кем? Һай! Нуғайбәк, һай! лим зиләр, һәй! Ләйлүк – 2 тапҡыр. 3. Урманда ғына юлдар үтә түтә, Сабата ҡайҙарғаһы үтә. Кем? Һай! Нуғайбәк, һай! лим зиләр, һәй! Ләйлүк – 2 тапҡыр. 4. Ашағандар үтә кейгән тыуҙа Тыныс тормоштарға ни етә? Кем? Һай! Нуғайбәк, һай! лим зиләр, һәй! Ләйлүк – 2 тапҡыр. Һааааааааааааай! Һаааааай! Һаааааааай! 5. Урманда ғына юлдар үтә түтә, Яуға китә башҡорт ирҙәре. Кем? Һааааааааай!