Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Туйҙар килә»
исполнителя Гайсар Миндигулов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1)Әллә кайҙан ишетелә
Машиналар тауышы,
Шаулап гөрләп туйҙар килә
Был бит бәхет балҡышы.

Припев;
Яҡты булһын юлдарығыҙ,
Бергә типһен йөрәктәр,
Ҡотло булһын туйҙарыгыҙ,
Ҡабул булһын теләктәр!

2)Яҙмыштарын бәйләй бөгөн
Берһен-берһе һөйгән йәр,
Икеһе лә ҡарап туймаҫ
Мөхәббәтле,матур пар.

3)Пар балдаҡтар йылтырайҙар
Хәҙер һеҙҙең ҡулдарҙа,
Алтын-көмөш туйҙар көтһөн
Алда барыр юлдарҙа!

Другие песни исполнителя:

  • 1)Ут, ялҡын арала, Мин бында, ә һин унда янаһың. Йоҡлай алмай төндәрен, Һин бит минең иҫкә алаһы. Ҡушымта Ҡәҙерлем саҡыр әле, саҡыр йәме, Килермен мин яныңа осар ҡоштай, Саҡыр әле, саҡыр йәме, Барырмын бер ниңә ҡарамай. 2)Шатлығым минең шул, Күҙҙәрем һине күреп туйманы. Онотор тип уйлама, Оноторлоҡ ҡына булманы. Ҡушымта Ҡәҙерлем саҡыр әле, саҡыр йәме, Килермен мин яныңа осар ҡоштай, Саҡыр әле, саҡыр йәме, Барырмын бер ниңә ҡарамай. 3)Тының менән тартын, Алырҙай булам һине үҙемә. Ебәрмәҫ инем һине, Әгәр ҙә күренһәң күҙемә. Ҡушымта Ҡәҙерлем саҡыр әле, саҡыр йәме, Килермен мин яныңа осар ҡоштай, Саҡыр әле, саҡыр йәме, Барырмын бер ниңә ҡарамай.
  • 1. Һин минең янда, Йөрәгем яна, Яратып- яратылып Һәр көн уятырмын. Беҙҙең мөхәббәт- Йылы ҡояш, Иркә һүҙҙәремә Ире иренемдә... Йөрәк белеп һайлай йәрен өҙөлөп тә һөйөргә, Йәнем,тәнем, күңелем үрелә бары һиңә. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке. 2. Һинең хыялың Минең хыял, Йыһан беҙҙең өсөн Бирер һөйөү хисен. Бергә бараһы Юлдар алда, Ҡара ҡүҙҙәремә, Ышан һүҙҙәремә. Йөрәк белеп һайлай йәрен өҙөлөп тә һөйөргә, Йәнем,тәнем, күңелем үрелә бары һиңә. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Бел һин, йәнем, Йөрәгем һинеке. 3. Янып- көйөрмөн, Бер генәм, бер генәм, Өҙ(ө)лөп һөйөрмен Һине... Беҙ бәхетле, йәнем, Бергә булырбыҙ, Бергә булырбыҙ. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Бел һин, йәнем, Йөрәгем һинеке. Һөйгән йәрем...