1. Һин минең янда,
Йөрәгем яна,
Яратып- яратылып
Һәр көн уятырмын.
Беҙҙең мөхәббәт-
Йылы ҡояш,
Иркә һүҙҙәремә
Ире иренемдә...
Йөрәк белеп һайлай йәрен өҙөлөп тә һөйөргә,
Йәнем,тәнем, күңелем үрелә
бары һиңә.
Бөтә Ер шарына, Ер шарына
Һин бит берәү генә, берәү генә.
Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма
Мәңге яратырға, яратырға.
Йөрәгем һинеке,
Йөрәгем һинеке,
Йөрәгем һинеке,
Йөрәгем һинеке.
2. Һинең хыялың
Минең хыял,
Йыһан беҙҙең өсөн
Бирер һөйөү хисен.
Бергә бараһы
Юлдар алда,
Ҡара ҡүҙҙәремә,
Ышан һүҙҙәремә.
Йөрәк белеп һайлай йәрен өҙөлөп тә һөйөргә,
Йәнем,тәнем, күңелем үрелә
бары һиңә.
Бөтә Ер шарына, Ер шарына
Һин бит берәү генә, берәү генә.
Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма
Мәңге яратырға, яратырға.
Йөрәгем һинеке,
Йөрәгем һинеке,
Бел һин, йәнем,
Йөрәгем һинеке.
3. Янып- көйөрмөн,
Бер генәм, бер генәм,
Өҙ(ө)лөп һөйөрмен
Һине...
Беҙ бәхетле, йәнем,
Бергә булырбыҙ,
Бергә булырбыҙ.
Бөтә Ер шарына, Ер шарына
Һин бит берәү генә, берәү генә.
Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма
Мәңге яратырға, яратырға.
Йөрәгем һинеке,
Йөрәгем һинеке,
Бел һин, йәнем,
Йөрәгем һинеке.
Һөйгән йәрем...