Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Осрашырбыҙ ҡабат»
исполнителя Гайсар Миндигулов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Илама һөйгәнем, моңайма сибәрем
Минең дә йөрәгем яна
Тиҙ ҡайтырмын урап, осрашырбыҙ ҡабат
Йыраҡ түгел беҙҙең ара.

Һағынырмын тип моңайып ҡалдың
Күҙҙәрең йәшле буялып
Яғымлы йөҙөң уйылып ҡалды
Күңел түремә һыйынып.
Һинән башҡа минең бәләкәйем
Өҙгөләнә шул һағыштан
Түгелергә тора мөлдөрәмә
Күңелемдә моң тулышҡан.

Илама һөйгәнем, моңайма сибәрем
Минең дә йөрәгем яна
Тиҙ ҡайтырмын урап, осрашырбыҙ ҡабат
Йыраҡ түгел беҙҙең ара.

Тура килде шул яңғыҙ ҡалдырып
Килмәһә лә бит китәһе
Беләм инде күҙҙәрең талдырып
Ҡайтыуымды һин көтәһең.
Һин уйымда минең, һин йәнемдә
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә
Кәрәк түгел миңә бүтән йәрҙәр
Юлдарыма һибелһә лә.

Другие песни исполнителя:

  • 1)Бер тапҡыр йәшәйбеҙ был донъяла Бер тапҡыр hөйөү тик була Осраттым ышандым Күңелдә ҡояш уянды Һин миңә аңлаттын бөтөн Ҡуш-та: А бәхет оса аҡошом булып Бәхет ата йэм сәскә булып Бәхет оса аҡошом булып Ҡанаттар йәйеп яңғрата 2) Һәр кеше мөхәббәт шул көтә Һәр кеше бәхеттәр эҙләй Мин hине бит таптым Рәхмәтлемен hиңә бәғерем Аңлаттың күрhәттең бөтөн Ҡуш-та: шул уҡ
  • Күпме юлдар үттем был донъяла, күпте күрҙем, күпте кисерҙем. Әсәйемдең ҡулдарындай йылы, йомшаҡ ҡулдары бүтән күрмәнен. Припев: Балаҡайым тиеп, сәстәрҙән һыйпап, иркәләһә ине шул ҡулдар. Үбер инем шул ҡулдарҙы наҙлап, иң ҡәҙерле ҡулдар бит улар. Аңламаған саҡта бер кемдәр ҙә, аңлар инең мине hүҙhеҙ ҙә. Ҡулдарыңа алып ҡулдарымды йомшаҡ ҡына һыйпар инең дә. Припев: Балаҡайым тиеп, сәстәрҙән һыйпап, иркәләһә ине шул ҡулдар. Үбер инем шул ҡулдарҙы наҙлап, иң ҡәҙерле ҡулдар бит улар. Йөрәгемдең бар йылыһын ҡушып, йырлар инем һиңә йырымды. Һиңә генә hөйләр инем дә бит шатлығымды, ҡайғы-зарымды. Припев: Балаҡайым тиеп, сәстәрҙән һыйпап, иркәләһә ине шул ҡулдар. Үбер инем шул ҡулдарҙы наҙлап, иң ҡәҙерле ҡулдар бит улар. (Г.Миндигулов муз., Г.Рәшитова һүҙ.)
  • Шәлкем нур төшһөн тәҙрәңә Буранлап ҡар яуғанда. Йылы хискә төрһөн һине Мине иҫкә алғанда. Шәлкем нур төшһөн тәҙрәңә Сәсеңә ҡар яуғанда. Йылы хискә төрһөн һине Мине иҫкә алғанда. Аҡ бурандар йәшлегеңә Саҡырырҙар алданма. Хыялый булыр инекме Яҙҙар яҙға ялғанһа Ҡыштарҙан һуң яҙ килә тип Алданмасе алданма. Ҡыштарҙан һуң сал ҡыштар бит Һандуғас юҡ таңдарҙа.
  • Иркәләнеп йылы ҡосағымда, Сафлык бөркән йөрәгемә. Яҙҙын наҙлы Сәскәһе кеүек. Припев: И-е и-е Бар доньяға И-е и-е Нурҙар сәсеп, И-е и-е Гел йылмай һин, И-е и-е Бәләкәсем! Айға тиңдәш (айға айға) Һинең гүзәллеген. Һаҡлап ҡына Йөрөтөрмөн мин Аҙашмаҫка юлдар сатында Припев: И-е и-е Бар доньяға И-е и-е Нурҙар сәсеп, И-е и-е Гел йылмай һин, И-е и-е Бәләкәсем!