Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Әсәйемдең йомшак ҡулдары»
исполнителя Гайсар Миндигулов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Күпме юлдар үттем был донъяла, күпте күрҙем, күпте кисерҙем.
Әсәйемдең ҡулдарындай йылы, йомшаҡ ҡулдары бүтән күрмәнен.

Припев:
Балаҡайым тиеп, сәстәрҙән һыйпап, иркәләһә ине шул ҡулдар.
Үбер инем шул ҡулдарҙы наҙлап, иң ҡәҙерле ҡулдар бит улар.

Аңламаған саҡта бер кемдәр ҙә, аңлар инең мине hүҙhеҙ ҙә.
Ҡулдарыңа алып ҡулдарымды йомшаҡ ҡына һыйпар инең дә.

Припев:
Балаҡайым тиеп, сәстәрҙән һыйпап, иркәләһә ине шул ҡулдар.
Үбер инем шул ҡулдарҙы наҙлап, иң ҡәҙерле ҡулдар бит улар.

Йөрәгемдең бар йылыһын ҡушып, йырлар инем һиңә йырымды.
Һиңә генә hөйләр инем дә бит шатлығымды, ҡайғы-зарымды.

Припев:
Балаҡайым тиеп, сәстәрҙән һыйпап, иркәләһә ине шул ҡулдар.
Үбер инем шул ҡулдарҙы наҙлап, иң ҡәҙерле ҡулдар бит улар.

(Г.Миндигулов муз., Г.Рәшитова һүҙ.)

Другие песни исполнителя:

  • 1.Яҙ ҡояшылай,күңлем түрендә, балҡыйһын һин. Көләс йөҙөңде,гел һағынам мин. Ҡуш-та: Шундай серле һинен күҙҙәрең Ғашиҡ булдым үлеп түҙмәнем Һин бит буйым етмәҫ хыялым Һөйәм тип әйтергә ҡыймайым 2.Әллә матурлыҡ алиһәһе һин,һылыуҡайым Йөрәгенә юл нисек табайым. Ҡуш-та: шул уҡ
  • Шәлкем нур төшһөн тәҙрәңә Буранлап ҡар яуғанда. Йылы хискә төрһөн һине Мине иҫкә алғанда. Шәлкем нур төшһөн тәҙрәңә Сәсеңә ҡар яуғанда. Йылы хискә төрһөн һине Мине иҫкә алғанда. Аҡ бурандар йәшлегеңә Саҡырырҙар алданма. Хыялый булыр инекме Яҙҙар яҙға ялғанһа Ҡыштарҙан һуң яҙ килә тип Алданмасе алданма. Ҡыштарҙан һуң сал ҡыштар бит Һандуғас юҡ таңдарҙа.
  • 1)Бала саҡта тиҙ үҫәһе килә, Ә унан һуң йәш ҡалаһы килә. Ваҡыт шулай үҙ ҡәҙерен белә, Уоу уоу уоу уоу уоу. Ашыҡмай юл ашыҡтырған саҡта, Етмәй ҡала бик күп осраҡта. Минут һанап, ваҡыт һораһаҡ та. Ҡушымта Бала саҡта ниңәлер ваҡыттар үтмәй, Үҫеп еткәс бер кемгә хушлашып етмәй. Йәш ғүмерҙәр ҙә бик тиҙ үтә лә китә, Ә ул туҡта һәр кемде һалҡын көҙ көтә. Ваҡыт тиҙ үтә(4) 2)Көндәр үтә кинәт иҫкән елдәй, Күңел генә ниҙер көтә эҙләй. Ғүмерҙең дә үткәндәрен һиҙмәй, Уоу уоу уоу уоу уоу. Барына ла өлгөрөргә кәрәк Шуға күрә йүгерәбеҙ тимәк Ашығыуҙан ярһып тибә йөрәк. Ҡушымта Бала саҡта ниңәлер ваҡыттар үтмәй, Үҫеп еткәс бер кемгә хушлашып етмәй. Йәш ғүмерҙәр ҙә бик тиҙ үтә лә китә, Ә ул туҡта һәр кемде һалҡын көҙ көтә. Ваҡыт тиҙ үтә(4) 3)Ваҡыт хужа бөтә ғәләмгә лә Киләсәккә бөгөн үткәнгә лә Ул буйһынмай ҡаты әмергә лә. Был донъяла ваҡытлыса барҙар Үтеп китә шатлыҡтар ҙа зарҙар Тарих булып тороп ҡала йырҙар. Ҡушымта Бала саҡта ниңәлер ваҡыттар үтмәй, Үҫеп еткәс бер кемгә хушлашып етмәй. Йәш ғүмерҙәр ҙә бик тиҙ үтә лә китә, Ә ул туҡта һәр кемде һалҡын көҙ көтә. Ваҡыт тиҙ үтә(4)