Егет булғас-ут булһын,
Ике күҙем ут булһын.
Ике күҙем ут булмаһа,
Бар булғансы юҡ булһын.
Әлләрилә-ләрилә, әлләрилә-ләрилә,
Әлләрилә-әлләрилә-әлләрилә-ләрилә.
Аҡ киндерҙәр һуңғырға
Туҡмар кәрәк, туҡмап бир.
Һөйгәнеңде танымағас,
Туҡмап булып ята бир.
Әлләрилә-ләрилә, әлләрилә-ләрилә,
Әлләрилә-әлләрилә-әлләрилә-ләрилә.
Мейестә бешә борама,
Ҡаҙанда бешә ҡуллама.
Оятлы булмайың тиһәң,
Ауыҙың асмаһы булма.
Әлләрилә-ләрилә, әлләрилә-ләрилә,
Әлләрилә-әлләрилә-әлләрилә-ләрилә.
Әлләрилә-ләрилә, әлләрилә-ләрилә,
Әлләрилә-әлләрилә-әлләрилә-ләрилә.