Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Гомер үтә димә (Tatar Version)»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.Көндәр үтә тимә
Төндәр етә тимә
Атыр алһыу таңдар
Һайрар был-был ҡоштар

Ҡушымта:
Ғүмер үтә тимә
Башҡайыңды эймә
Килер әле яҙҙар
Кайтыр әле ҡаҙҙар.

2. Йәйҙәр үтә тимә
Көҙҙәр етә тимә
Һибер ап-аҡ ҡарҙар
Кабат килер яҙҙар

3.Ғүмер үтте тимә
Күңелең төшөрмә
Туғандар барында
Дуҫтарың булғанда

Другие песни исполнителя:

  • 1. Тағы тора ҡояшлы май Күктә ҡоштар ҡайталар Тирә-яҡта аҫыл гөлдәр Гөрләп сәскә аталар. Ҡушымта: Әсә көтә улын, әле ҡайтыр тиеп, Әсә көтә улын, иҫән тиеп. 2. Көтә ине әсә улын Ниңә улы ҡайтманы. Сәскә атты ун туғыҙ йыл Ниңә башҡа атманы. Ҡушымта: Әсә илай, улым, ҡайҙа ҡалдың тиеп Әсә илай, ерҙә, бәхет юҡ тип. 3. Әсә тора башын эйгән Һары сәскә ҡулында Был әсәне тағы ниҙәр Көтә тормош юлында. Ҡушымта: Әсә әйтмәй башҡа, улым һаумы тиеп, Әсә әйтмәй башҡа улым тиеп.
  • Иҫеңдәме иркәм күл буйында Вәғәҙәләштең бергә булырға Шул ваҡыттан алып хәҙергәсә Тоғро ҡалдыҡ биргән анттарға Рәхмәт йәнем рәхмәт һиңә генә Бар ғүмереңде бағышланың Мин бәхетле һин янымда булып Тормошомдо минең урланың Иҫеңдәме иркәм бәхетебеҙ Икеләтә артҡан саҡтары Тормошобоҙ мәғәнәһе булып Йортҡа сабыйҙарҙың ҡайтҡаны Бирһә ине Хоҙай һәр кемгә лә Ошо бәхеттәрҙе татырға Ғүмерҙәрҙең ахырына ҡәҙәр Яратып һәм яратылырға
  • Был доньялар ике килмәй беҙгә , Ҡәҙерҙәрен белеп ҡалайыҡ . Яғымлы ла атай-әсәйҙәрҙең, Бөйөклөгөн инде аңлайыҡ . Привев: Рәхмәтемде ҡабул итегеҙ , Һеҙгә йырлар йырым барында , Бәхет - шатлыҡ һеҙгә тәләйем , Рәхмәт һеҙгә атай әсәйем. 2) Теләктәрем фатихалар тулы, Саф йөрәклеһең һин әсәйем. Беләк инде атай ғүмерең буйы, Һеҙ балларым тиеп йәшәйһең Припев: 2 раза
  • Тауҙар-таштар ярып, боролоп-боролоп, Йорүҙәнкәй бик шәп ағаһың. Кѳслѳ ғәйрәт менән тулҡыныңды Бейек ярҙарыңа ҡағаһың. Йорүҙәнкәй беҙҙең данлы йылға. Күпте күргән, күпте кисергән. Унда данлы батыр Салауат та Аҡбуҙатын тѳш(ѳ)рѳп эсергән Һоҡланған ул матур Йорүҙәнгә. Ҡарап-ҡарап, уға туймаған. Туғайынан ҡурай ѳҙѳп алып, Ѳҙѳлѳп-ѳҙѳлѳп уны уйнаған.