Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Бер моң»
исполнителя Ябай Малай.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Тағын юлдар ике яҡта,
Ниңә инде белмәйем
Ниндәй һынауҙар булһа ла,
Барыбер йөрәк түҙәлер.

Ҡояш кеүек йөҙҙәреңде,
Төшөмдә көн дә күрәм.
Тағын да беҙ осрашырбыҙ,
Беләм, беләм,ай,беләм.

Ғашиҡ булдым бер ҡарауҙа үҙеңә,
Ярһыу йөрәгем,түҙ генә....

ҠУШЫМТА:
Бер моң булып күңелемдә,
Бер моң булып йөрәгемдә
Тик һин генә яуланың
Ай күңелемде,
Бер моң булып күңелемдә
Бер моң булып йөрәгемдә
Тик һин генә ҡалырһың
Мәңге йөрәктә...

2)Күңел түре гөлбаҡсаның,
Тылсым тигән, нур -гөлө.
Бер күрешеп аңлашырбыҙ,
Тигән өмөт бар әле.

Күпме саҡырымдар үтеп,
Эҙләп киләм көт кенә.
Уйҙар һағыныр кешең булыу -
Ул үҙе бәхет кенә.

Ғашиҡ булдым бер ҡарауҙа үҙеңә,
Ярһыу йөрәгем,түҙ генә....

ҠУШЫМТА:
Бер моң булып күңелемдә,
Бер моң булып йөрәгемдә-ә...
Тик һин генә яуланың
Ай күңелемде,
Бер моң булып күңелемдә
Бер моң булып йөрәгемдә
Тик һин генә ҡалырһың
Мәңге йөрәктә...

Другие песни исполнителя:

  • Көҙгө ямғыр. Бөгөн ни өсөндөр көҙҙәр ҡурҡыныс, ҡара... Йөрәк өшөттөргөс ямғыр яуа. Үҙәктәрҙе өҙөп искән иле Күңелдәргә көҙгө һағыш һала. Яңғырарға булды сыланғаны Сыланам ла бик бәхетле инем. Айҙарымда мин бәхетле өҫтәрәк Бәхет күлмәгемде һалмай килдем. Элеккесә яумай ла яңыра Әйге ямғыр башҡа, бүтән ине. Һәр фасылы йылдың шул үҙенсә Сәсәктәргә ҡырау тиҙ генә тине. Яуа ямғыр ,ҡояш бер аҙ сыҡһын Нурҙарыңда сөеп иркәлә ле... Һағыштарҙы юып тарат та һин Алып ташла бөтә кәртәләрҙе.
  • Артта ҡалды, тәүге һөйөү Һинһеҙ йылдар үтәләр Әйтер һүҙҙә, минең күҙҙәр Һине һаман көтәләр Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Яҙҙар һайын, сәскә өҙҙөм Мине ғәфү итегеҙ Яҙҙар һайын, ҡайтһам ҡоштай Минән сәләм әйтегеҙ Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Мин ҡайтырмын тигәйнем
  • Мин килдем оҁрашырға Ə һин ник килдеӊ,тиһеӊ Төн йоҡондо йокламайса Ник килеп йөрөйhөн тиhеӊ Припев: Белhəӊ ине уйҙарымда Төӊ йокомдоӊ калғандарын Əллə ысынлапта,Əллə ысынлапта Һөйөү килдеме?(2 раза) 2 куплет: Киске төндə урамда Йондоҙҙар ҙа янғанда Мин бəхетле hинеӊ менəн Икəү бергə булғанда Припев: Ала алмайым күҙемде hинəн, Көнлəшəмен иртəнге елдəн Телəйем,иркəм,сəстəрендəн Наҙлап тарарға (2 раза) 3 куплет: Кисə төндə уйындан hуӊ Һин киттеӊ берəү менəн Ә мин калдым юл сатында Тулған күҙ йəшем менəн Припев: Белhəӊ ине уйҙарымда Төӊ йокомдоӊ калғандарын Əллə ысынлапта,əллə ысынлапта Һөйөү килдеме?(2 раза)