Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Джануни»
исполнителя Ирек Нугуманов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә. Һағындыра бала сағым иҫкә төшкәндә. Һағындыра ауылымдың соҡор-саҡыр урамдары, Әллә шунда уйнап үҫкәнгә. Һағындыра ауылымдың ҡырҙары һәм болондары, Әллә шунда уйнап үҫкәнгә. Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә. Һағындыра туған яҡтар иҫкә төшкәндә. Һағынам мин өләсәйҙең ямап биргән ыштандарын, Әллә шуны кейеп үҫкәнгә. Һағынам мин әсәйемдең бызырлатып ҡойған балын, Әллә шуны урлап эскәнгә. Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә. Һағынам мин ауылымды иҫкә төшкәндә. Һағынам мин атайымдың шартлап торған ҡайыштарын, Әллә шуны тәтеп үҫкәнгә. Һағынам мин олатайҙың "Яптваймать!" тип әрләгәнен, Әллә шуны ишетеп үҫкәнгә. Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә. Һағындыра туған яғым иҫкә төшкәндә. Һағындыра ауылымдың сылтрап аҡҡан шишмәләре, Әллә шуны эсеп үҫкәнгә. Һағынам мин ауылымдың соҡор-саҡыр урамдарын, Әллә шунда уйнап үҫкәнгә. Һағындыра ауылымдың һылыу матур ҡыҙҙары ла, Әллә бергә күңел асҡанға. Әллә шунда уйнап үҫкәнгә... Әллә бергә күңел асҡанға...
  • ҒҮМЕР БЕР ГЕНӘ. Флүра Талипова көйө, Рәзилә Сәлимйәнова һүҙҙәре. ТЕКСТ. 1. Тормоштан беҙ күпте,бик күпте көтәбеҙ. Ваҡыттыр күптәнән,ултырып уйларға. Был ғүмер тиҙ үтә,йомғаҡ ул тәгәрәй Эшлә һин,йәшә һин күңелең ҡушҡанса! ҠУШЫМТА: Ғүмерҙәр бит беҙгә ике бирелмәгән. Ниңә һуң әле беҙ,ҡәҙерен белмәйбеҙ? Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар! Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар! 2. Һындыра алмаҫтар дауылдар, һағыштар, Бәхетле булырға һәр кемдең хаҡы бар! Ышаныс йәшәһен һәр ваҡыт күңелдә! Рәхмәтле була күр,һәр бер тыуған көнгә. ҠУШЫМТА: Ғүмерҙәр бит беҙгә ике бирелмәгән. Ниңә һуң әле беҙ,ҡәҙерен белмәйбеҙ? Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар! Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар! 3. Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар! Ярат һин тормошто йәнең-тәнең менән Бар йыһанды ҡосаҡлап йәшәргә һин өйрән Бөгөнгө көн инде ҡабатланмаҫ башҡа. Ғүмерҙәр тиҙ уҙа, тик уҙмаһын бушҡа! ҠУШЫМТА: Ғүмерҙәр бит беҙгә ике бирелмәгән. Ниңә һуң әле беҙ,ҡәҙерен белмәйбеҙ? Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар! Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар! Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар! Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар.
  • Тыуған ауылым минең, Ҡуйыныңда һинең Гөрләп үтте үҫмер йылдарым. Ҡырҙарың хуш еҫле, Һәр саҡ яҙҙар төҫлө, Шунда тыуҙы тәүге йырҙарым. Ҡырҙарың хуш еҫле, Һәр саҡ яҙҙар төҫлө, Шунда тыуҙы тәүге йырҙарым. Инеш буйың йәмле, Һыуҙарың да тәмле, Елдәрең дә наҙлы, яғымлы. Айлы кистәрең дә Һаман иҫтәремдә, - Яратам мин тыуған ауылымды. Яландарың иркен, Ауылымдың күрке - Һыҙылып атҡан алһыу таңдарың. Һаман һиндә күңел, Оноторлоҡ түгел Һайрар ҡоштарыңдың моңдарын. Һаман һиндә күңел, Оноторлоҡ түгел Һайрар ҡоштарыңдың моңдарын. | 3x
  • Бәхет асҡыстары таптыңмы? Әллә ожмах ҡошон тоттоңмо? Йә булмаһа әкиәт егете Юлдарыңа үҙе сыҡтымы? Тәгәрәһен ғүмер йомғағы, Һүтелһендәр айҙар-йылдары... Һөйөү батша булған ерҙәргә Алып барһын мине йылдарым. припев: Йондоҙҙар күп бик күп һанаһаң, Матурҙар күп бик күп һайлаһаң. Һинең гүзәллеккә күҙ тейер Йөҙҙәреңә тултырып ҡараһам (х2) Юлдаш булһын һиңә именлек. Йәнәшәңдән барһын изгелек. Йөҙҙәреңә сыҡҡан бәхетең Була курһен берүк мәңгелек. припев Йондоҙҙар күп бик күп һанаһаң, Матурҙар күп бик күп һайлаһаң. Һинең гүзәллеккә күҙ тейер Йөҙҙәреңә тултырып ҡараһам (х3)