Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Саскам Саскам»
исполнителя Ирек Нугуманов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Миҙхәт Әбделмәнов көйө һәм шиғыры Аҡ бәҫ тигән сәсең Ҡойолалыр, әсәй, Ҡойолалыр, бик йыш тарама. Улым ҡайтыр тиеп Аҡ күлдәген кейеп, Буш юлдарға зарығып ҡарама. Беҙ тигәнсә түгел Сит илдәрҙең күге, Юлдары ла сикһеҙ, бик оло. Ҡайтам тиһәм дә мин Яндарыңа әсәй, Ҡайта алмамым, ахры, был юлы. Беләм, ауыр һиңә, Алған хәбәреңдә. Ә шулайҙа ғәфү итерһең. Буш юлдарға ҡарап, Төштәреңде юрап, Һин барыбер мине көтөрһөң. Беләм, ауыр һиңә, Алған хәбәреңдә. Моңһоуланып илап ҡалырһың. Абынһа ла улың, Йығылһа ла улың, Һин күтәреп барыбер алырһың.
  • Заһир: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Осрашҡандар көндәр төн менән. Был донъяны белгәнемдән алып, Һинең барлығыңды мин беләм. Һин ҡайда, мин шунда, Ғәлийәм, Шатланам, илайым һәм көләм. Мәхәббәт алдында баш эйәм, Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлийәм. Ғәлийә: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Йөрәгемә ҡунды ялҡыны. Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ Һөйөү булғандыр ул, ахыры. Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым, ЙЫрактан эҙләгән яҡыным. Йөрәктә ҡабынған ялҡыным, Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым. Заһир: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Ғүмерҙәре янып юғала. Ғәлийә Ә мәхәббәт ғүмерләрҙән оҙон, Мәңге яна, мәңге йырлана. Заһир, Ғәлийә бергә: һин ҡайда, мин шунда, Ғәлийәм, /Заһирым/, Шатланам, илайым һәм көләм. Мәхәббәт алдында баш эйәм, Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлийәм, /Заһирым/.
  • Бына тағы киттем йыраҡтарға тыуған яғым һинән айырылып тыуған яғым һинән айырылып һөйгәнемде һиндә ҡалдырып зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. бик һағындым һине тыуған яғым тал тирәкле иҙел буйларын йәйләр еткәс шаулап уйнай торған йәмле матур һабантуйларын зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. бер ҡайтаһы ине тыуган яҡҡа ялан аяҡ йөрөгән яҡтарға бер ҡайтаһы ине йәшлегемә тәуге мөхәббәтем янына. зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда.